Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте 2025–2030 йылдарға “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” төбәк программаһын раҫланы. Ул өлкән быуын граждандарының һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон һәм сәләмәт ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән.
Программа 2030 йылға өлкән быуын вәкилдәрен сараларға йәлеп итеүҙе уларҙың дөйөм һанынан 38,7 процентҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота (2025 йылда 32,5 процент). Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын эҙмә-эҙлекле арттырыу күҙаллана.
Программа оло йәштәгеләр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуҙы, сифатлы социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, һөнәри белем биреүҙе, мәшғүллекте тәьмин итеүҙе, ижади әүҙемлеккә дәртләндереүҙе, оло йәштәгеләрҙе ирекмәнлек һәм остазлыҡ, туризм программаларына йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын республика буйлап бер көнлөк турҙарға 15 мең өлкән йәштәге граждан сыға аласаҡ. Һәр йылда 1333-әр турист льготалы шарттарҙа Беларуссияға юллана аласаҡ, тип күҙаллана.
"Программа өлкән быуын кешеләренә сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә, өйҙән сығырға, хәрәкәт итергә, аралашырға мәжбүр итә, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Салауат районы ветерандар советы рәйесе, педагогик хеҙмәт ветераны Көнһылыу ҒӘЛИЕВА:
– Республика программаһының бер өлөшө – “Башҡортостан – Белорусь оҙон ғүмерлелеге". 2024 йылдың 13-20 авгусында 46 турист составында “Белорусь аҙналығына” барыу бәхете тейҙе. Был ҙур проект, уникаль, башҡа төбәктәрҙә бындай проект юҡ! Ул финанс яҡтан да ҙур ғына сумма талап итә. Һәм ул бик уңышлы!
Был башланғыс шәхсән Радий Фәрит улының эшлекле сифаттары, ғәҙәти тормошта ябай кеше өсөн мөһим маҡсаттар ҡуйыу, бөтә был яҡшы пландарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшеү, дуҫ илдәрҙең, был осраҡта Белоруссияның, дәүләт кешеләре араһында ихтирам һәм абруй тыуҙыра. Шуға күрә бындай проект Башҡортостанда ғына мөмкин булды.
Рәфилә ЛИСИНА, хаҡлы ялда, Малаяҙ ауылы:
– Мин "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһында әүҙем ҡатнашам. Башҡортостан Башлығына республикабыҙ һәм Беларуссия буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге биргәне өсөн рәхмәт белдерәм!
Беҙ, оло быуын кешеләре, һәр ваҡыт хеҙмәт менән мәшғүл булдыҡ, улай туристик сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге булманы. Бөгөн мин үҙебеҙҙең тыуған республикабыҙҙы, уның матурлығын һәм иҫтәлекле урындарын асам. Ошондай сәфәрҙәрҙән ҡанатланып, рухланып, илһамланып ҡайтам!