– ҡуйы, болғансыҡ ҡаҡырыҡ бүленеүе менән йүтәл йонсота, ҡан булыуы ихтимал;
– арыу-талсығыу һәм тән ауырлығын юғалтыу;
–төнөн ныҡ тирләү, биҙгәк тотоу күҙәтелеүе мөмкин;
– лимфа төйөндәре ҙурая;
–тын ҡыҫыла, күкрәк ауырта.
Әгәр ошондай билдәләрҙе үҙегеҙҙә һиҙһәгеҙ, ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Ваҡытында флюорография тикшереүен үтергә кәрәк. Туберкулезға айырыуса өлкәндәр, шәкәр диабеты, яман шеш, ВИЧ-инфекцияға дусар кешеләр тиҙ бирешә. Шулай уҡ насар шарттарҙа йәшәүселәр, алкоголь һәм наркотик менән мауығыусылар сирҙе йоҡтороусан.
Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы Шамил Булатов әйтеүенсә, туберкулез яҡшы шарттарҙа йәшәгән кешеләргә ҡағылмай тип уйлау дөрөҫлөккә тап килмәй. “Был ғәҙәти инфекция барышы, иммунитет кәмеү менән сирҙең баш ҡалҡытыуы ихтимал. Сирҙе төрлө урында артистың да, уҡытыусының да, бизнесмендың да йоҡтороуы ихтимал”, – ти табип.
Бөтә йоғошло сирҙәрҙең дә ауырыу кешенән сәләмәт кешегә йоғоуы билдәле. Улар сир таратыусы микроорганизмдар тәьҫирендә һиҙгер, бирешеүсән организмда барлыҡҡа килә. Йоғошло сирҙәрҙең күбеһе һауа аша йоға, шуға күрә сирҙе иҫкәртеү өсөн битлек кейеү, бүлмәне елләтеү, бинала күп кешеләрҙе тупламау мөһим. Аҙыҡ-түлек аша йоҡҡан сирҙәр ҙә етерлек. Бында мөһим ролде шәхси гигиена, ҡулдарҙы яҡшы йыуыу, йәшәгән бүлмәнең таҙалығы мөһим роль уйнай. Енси юл менән В һәм С гепатиттары, ВИЧ-инфекция һәм башҡа сирҙәр тарала. Ҡан аша ла йоғошло сирҙәрҙең таралыуы ихтимал.
Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шәхси һәм дөйөм профилактиканы күҙәтеү, вакцина яһатыу, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, сынығыу, сәләмәт тормош алып барыу мөһим.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.