Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Апрель 2022, 23:11

Райондашыбыҙ – “Атайсал” проекты еңеүсеһе

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Мөрсәлим карьеры базаһы начальнигы Зөфәр ЗАРИПОВ “Атайсал” проекты еңеүсеһе булараҡ бүләкләнде.

Райондашыбыҙ – “Атайсал” проекты еңеүсеһе
Райондашыбыҙ – “Атайсал” проекты еңеүсеһе

Зөфәр Зәғәфүрән улы, “Атайсал” республика проектына ярашлы, былтыр үҙенең тыуған Тирмән ауылындағы Командир шишмәһен төҙөкләндерҙе. Ул ошо уҡ проект сиктәрендә ауыл мәсете алдындағы майҙансыҡты ла эшләткән, Тирмән ауылының сүплеген дә рекультивациялауҙа ярҙам күрһәткән.

2021 йылда “Атайсал” проекты буйынса тауыш биреүҙә Зөфәр Зарипов еңеүсе булғайны. Быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының республика форумында “Атайсал-Яҡташтар” проектына йомғаҡ яһағанда Зөфәр Зәғәфүрән улы еңеүсе булараҡ проекттың иҫтәлекле миҙалы һәм Дипломы менән бүләкләнде. Мөрсәлим карьеры базаһына ул 2019 йылдан бирле етәкселек итә. Мәртәбәле проектта еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылдың 1 мартында “Атайсал” проекты эшләй башланы. Был ваҡыт эсендә ул тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмаған фекерҙәштәренән бик күп яуап алды. Бирелгән 6 266 ғаризаның 5 481-е тормошҡа ашырылып өлгөрҙө. Тағы 785 “изге эш” башҡарыла. Бөтә проекттарҙың дөйөм хаҡы – 1,2 миллиард һумдан ашыу. Иң әүҙем ҡатнашыусылар: Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат һәм Мәләүез райондары. 29 апрелдә Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” форумында был проектҡа йомғаҡ яһала. Шулай уҡ яҡташтар менән осрашыуҙар республика муниципалитеттарында ла үтәсәк.

Тыуған төйәген үҫтереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн “Атайсал” проекты порталында  https://ataisal.ru/ теркәлергә кәрәк.

Райондашыбыҙ – “Атайсал” проекты еңеүсеһе
Райондашыбыҙ – “Атайсал” проекты еңеүсеһе
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: