Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Ғинуар 2022, 11:59

Командир шишмәһе яңы һулыш алды

2021 йылда, "Атайсал" проектына ярашлы, Тирмән ауылындағы Командир шишмәһе төҙөкләндерелде. Бағыусылыҡ ярҙамын шул ауылда тыуып үҫкән егет, Мөрсәлим ваҡ таш заводы директоры Зөфәр Зарипов (һүрәттә) күрһәтте.

Командир шишмәһе яңы һулыш алды
Командир шишмәһе яңы һулыш алды

"Атайсал" проекты буйынса тыуған ауылымдағы шишмәне төҙөкләндереү эштәрен тамамланым. Был һыу ятҡылығының тарихы бик ҡыҙыҡлы. Граждандар һуғышы ваҡытында ауылдың Оло ер йылғаһы эргәһенә Ҡыҙыл армия һалдаттары туҡтаған. Был отрядтың командиры һалдаттарҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн ерҙе ҡаҙҙырған, һәм улар шишмәгә юлыҡҡан. Шуға шишмәгә “Командир” тигән исем биргәндәр. Бөгөн ул һыу сығанағы ғына түгел, ә тарихи мираҫ та. Шишмә – тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡҡа мөхәббәт символы", – тип фекере менән уртаҡлашты социаль селтәрҙәрҙә Зөфәр Зәғәфүрән улы.

Әйтергә кәрәк, Тирмән ауылының Командир шишмәһен төҙөкләндереүҙе ғәмәлгә ашырыусы Зөфәр Зарипов "Яҡташтар" республика проекты буйынса тауыш биреүҙә Салауат районында "Атайсал" проекты номинацияһы еңеүсеһе булды.

Төҙөкләндерелмәгән шишмәләр һәр ауылда тиерлек бар. Урындағы халыҡтың тырышлығы менән уларҙың яңы һулыш алыуы – шатлыҡлы күренеш.
Мәғлүм булыуынса, “Атайсал” проекты республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән быйыл тормошҡа ашырыла башланы. Уның маҡсаты бик изге – тыуған ауылдары тормошона битараф булмаған билдәле кешеләр тупланып, уларҙы төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.

Һүрәттәрҙә: Командир шишмәһен төҙөкләндереү барышы.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Командир шишмәһе яңы һулыш алды
Командир шишмәһе яңы һулыш алды
Командир шишмәһе яңы һулыш алды
Командир шишмәһе яңы һулыш алды
Командир шишмәһе яңы һулыш алды
Автор:Лиана ВӘЛИУЛЛИНА
Читайте нас: