Башҡортостанда медицина көндән-көн уңайлыраҡ, юғары технологиялы һәм заманса була бара. 2023 йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бөтә финанслау сығанаҡтарынан 106,9 миллиард һум йүнәлтелгән. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди-техник базалар яңыртыла, йәғни медицина ярҙамы инфраструктураһы үҫешә. 2023 йылда дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4 233 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 203 миллион һумдан ашыу суммаға 185 автомобиль һатып алына. 2023 йылда республикаға 25 күсмә медицина комплексы һәм 20 берәмек "ауыр" ҡорамал килтерелде.
Рентген скрининг маммограф Малаяҙ үҙәк дауаханаһына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса бирелде. Маммограф скрининг һәм диагностика тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән, тип белдерәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Дауахана табиптары яңы аппарат һатып алыуға бик шат, сөнки ул гинекологтарға, маммологтарға ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Маммография 40 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мотлаҡ тикшереү, сөнки күкрәк биҙе яман шеше барлыҡҡа килеү хәүефе арта. Ул шулай уҡ пальпация ваҡытында шеште билдәләү мөмкин булмағанда, гормональ фон үҙгәргәндә һәм нәҫелдән-нәҫелгә күсә алмағанда күрһәтелә. Тикшереүҙе өлкәндәр диспансеризацияһы сиктәрендә үтергә мөмкин.
Малаяҙ үҙәк дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов:
- Пациенттарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу, ваҡытында ярҙам итеү өсөн бик мөһим. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы коллективы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына беҙҙең райондың медицина өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ҙур рәхмәт белдерә,