Тема «Дәүләттең көйләү сәйәсәте: бизнес мәнфәғәттәрен иҫкәртеүҙең яңы механизмдары» секцияһында тикшерелде.
14 йыл элек Рәсәйҙә көйләү йоғонтоһон баһалау институты булдырылды. Бер йыл үткәс, сығымдарҙы иҫәпләү пилот проекты сифатында Башҡортостанда индерелде. Шул ваҡыттан алып бизнес алып барыуҙы регламентлаусы 1600-ҙән ашыу закон проектына баһа бирелде. Уртаса алғанда, һәр бишенсе проектта эшҡыуарҙар өсөн артыҡ бурыстар һәм нигеҙһеҙ сикләүҙәр асыҡланды, улар тиҙ арала бөтөрөлдө.
- Беҙ был инструментты үҙендә индергән тәүге төбәктәрҙең береһе булдыҡ һәм һуңғы бер нисә йыл дауамында был инструмент менән һөҙөмтәле һәм сифатлы файҙаланған лидер төбәктәр иҫәбендә ҡалабыҙ, - тип һөйләне БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Светлана Верещагина.
Башҡортостанда көйләү йоғонтоһон баһалау буйынса эш өҙлөкһөҙ бара: быйыл 129 норматив-хоҡуҡи акт проектына ҡарата 130 һығымта әҙерләнгән. 8 кире һәм 122 ыңғай һығымта сығарылған. 7 норматив-хоҡуҡи акттар проектында артыҡ положениелар, тыйыуҙар һәм сикләүҙәр, шул иҫәптән бизнестың нигеҙһеҙ сығымдары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итеүсе сикләүҙәр, асыҡланған. Был проекттар ведомстволарға эшләп бөтөргә ебәрелгән. Ошондай уҡ эш муниципаль кимәлдә лә алып барыла - 2021 йылдан был хоҡуҡи институт бөтә муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында эшләй.
«Республика Башкортостан» гәзите хәбәр итеүенсә, 3-нән 6 декабргә тиклем Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Форумды, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Фото: Халыҡ-ара бизнес аҙналығын ойоштороусылар.