Новости
17 Октябрь 2025, 10:46

Бер ғаиләнән - өс яугир

Салауат районының Мәсетле ауылында ғәжәйеп Исламғоловтар ғаиләһе йәшәй.

Бер ғаиләнән - өс яугирБер ғаиләнән - өс яугир
Бер ғаиләнән - өс яугир

Бер юлы бер ғаиләнән аталары, һәм ике улы махсус хәрби операцияға киткән республикала ғына түгел, бар Рәсәйҙә һирәк күренеш. Өҫтәүенә уларҙың береһе лә мобилизацияға эләкмәгән, ә өсөһө лә үҙҙәре теләп, контракт буйынса хеҙмәт итергә юлланған.

Салауат районының Мәсетле ауылында ғәжәйеп Исламғоловтар ғаиләһе йәшәй. Улар үҙҙәренең өс һәм балалар йортонан алған һигеҙ кескәйҙе тәрбиәләй. Финзира менән Фидан Исламғоловтар өс балаға Раушан, Гөлшат һәм Дианаға ғүмер бирә. 2014 йылда Исламғоловтар яңы ҙур йорт төҙөй һәм кескәйҙәренә ике йәш булғанда, улар Дианаға иптәш булһын тип балалар йортонан тиҫтер ҡыҙ алырға ҡарар итә. Шулай итеп уларҙа Ангелина йәшәй башлай. Уның артынан шул уҡ йылда Исламғоловтар тағы бер ҡыҙҙы тәрбиәгә ала. Гөлшат Исламғоловтарҙың шундай уҡ исемле ҡыҙы менән дуҫлаша. Артабан Исламғоловтар Максим, Оля, Саша, ә һуңынан бер туғандар Саша, Аня, Динисты тәрбиәгә ала. Исламғоловтар "Өйөбөҙ балаларҙың шат тауышы, көлөүе менән тулһын", - тип ҡарар итә. Кескәйҙәр ҙә һәр яңы балаға шатлана. Ғаилә ағзалары уларҙың күңеленә асҡыс табыу өсөн көсөн һала, һәр береһен йылылыҡ, мөхәббәт менән солғап ала.
- Мин бындай ғаилә тураһында һәр ваҡыт хыялландым. Улар ярҙамында мин үҙемде таба алдым, - тип ғаиләһе тураһында һөйләй Саша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алты йыл элек ир менән ҡатын айырылыша, әммә улар дуҫтарса мөнәсәбәттәрен һаҡлай. Фидан Исламғолов МХО башланғас та, оҙаҡ уйламай контрактҡа ҡул ҡуя. Батырлығы һәм хәрби ҡаҙаныштары өсөн бер-нисә награда, шул иҫәптән Суворов миҙалы менән бүләкләнә. Бахмут, Часов Ярҙа барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр етди яраланыуына һәм контузия алыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә алғы һыҙыҡта. Атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй, Саша ла МХО-ға барырға була. Ул Дыуан күп профилле колледжын тамамлағас, әрмегә китә. Унда ул контрактҡа ҡул ҡуя һәм йөрәк ҡушыуы буйынса МХО-ға юллана, бөгөн ул дрон операторы булып хеҙмәт итә. Егет бер нисә тапҡыр иптәштәренең ғүмерен ҡотҡара. Сашаның дошман Баба Ягаһын юҡ иткәне хаҡында яҙып үткәйнек инде. Батырлығы өсөн ул Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Атаһы һәм туғанынан өлгө алып , Раушан да ситтә ҡалмай һәм быйыл мартта контрактҡа ҡул ҡуя. Хәҙер ул Новгород өлкәһендә пулеметсы булып хеҙмәт итә. Өйҙәгеләр яҡындарын түҙемһеҙлек менән көтә. Исламғоловтарҙың ҡыҙы Гөлшат Заһир Исмәғилев институтын тамамлаған, бөгөн "Нур" театрында актриса булып эшләй. Тәрбиәгә алынған ҡыҙ Гөлшат Өфөлә медицина колледжын уҡып бөтөп, үҙ һөнәре буйынса дауаханаға эшкә урынлашҡан. Диана, Ангелина 7-се класта уҡый. Диана атаһы һәм ағалары эҙенән барырға һәм кадет мәктәбенә уҡырға инергә һәм хәрби булырға теләй. Динис - 6-сы, Максим, Аня 5-се, Саша һәм Оля 3-сө класта белем ала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: кесе Оляны тәрбиәгә алған саҡта уға ни бары 9 ай ғына була.
Финзира Мәүлит ҡыҙы, һис шикһеҙ, ҙур ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ ҡатын. Тыйнаҡ, эшһөйәр, ысын әсә һәм хужабикә. Бөтә балалар ҙа үҙ-ара бик дуҫ һәм әсәләренә ярҙам итә.
- Мин балаларымдан башҡа ғүмеремде күҙ алдына килтерә алмайым, - ти Финзира Мәүлит ҡыҙы. Улар минең барыһы ла балаларым! Өйөбөҙ уларҙың шат тауыштары менән тулы, беҙ бик ныҡ бәхетле. Яҡындарыбыҙҙың махсус хәрби операциянан иҫән-һау ҡайтҡандарын көтәбеҙ!

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас