

Республикала һәм Рәсәйҙә етем балаларҙы фатир менән тәьмин итеү программаһы эшләп килә. 4 августа ошо программа сиктәрендә район Хакимиәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугиргә фатир асҡысы тапшырылды. Был шатлыҡлы ваҡиға менән Харрис Фәхретдиновты район башлығы Марс Кашапов ҡотланы. Харрис махсус хәрби операцияла үҙен ҡыйыу яугир итеп танытты, яу яланында яраланғандан һуң реабилитацияға тыуған яғына ҡайтҡан.
- Бындай ҙур ваҡиға менән уны ихлас ҡотлайым, яугирҙәребеҙгә тиҙ арала иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйем,-тип яҙа социаль селтәрҙә районы хакимиәте башлығы Марс Фәррәх улы.
Әйткәндәй, район Хакимиәте тарафынан 2025 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ике фатир һатып алынған. Йыл аҙағына тағы ла 6 кешегә торлаҡ биреү планлаштырыла.