

Район халҡы тарафынан йыйылған гуманитар ярҙам махсус хәрби операцияла йөрөүсе яҡташтарыбыҙға уңышлы алып барып тапшырылды. Төп бурысы — Ватанды һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам итеү. Был социаль селтәрҙәрҙә район башлығы Марс Кашапов хәбәр итте.
- Ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм! Махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙгә район халҡынан гуманитар ярҙамды алып барып тапшырҙыҡ. Яҡташтарыбыҙ барығыҙға ла ҡайнар сәләмдәрен, ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәттәрен еткерәләр. Егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһындар, тигән изге теләктә ҡалабыҙ. Еңеү беҙҙеке буласаҡ, - тине Марс Фәррәх улы.
Гуманитар ярҙамды формалаштырыуҙа эшҡыуарҙар, учреждение етәкселәре, мәғариф учреждениелары, ауыл биләмәләре һәм райондың күп кенә халҡы ҡатнашты.