

"Дикий" позывнойлы яугир сығышы менән Арҡауыл ауылынан. Переволоцк районының Родничный ауылында һәм һуңынан Ырымбур аграр колледжының Кичкасс ауылы филиалында уҡый. "Дикий" махсус хәрби операцияла отделение командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ул үҙен батыр яугир итеп күрһәтә. Хәрби бәрелештәрҙең береһендә ҡаты яралана. Дауаланғандан һуң Түбәнге Новгород ҡалаһында инструктор булып хеҙмәт итеүен дауам итә.
Һис шикһеҙ, беҙҙең яҡташыбыҙ бөгөн өлгө алырлыҡ яугирҙәрҙең береһе. Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы юғары дәүләт наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм сыҙамлығы, батырлығы, фиҙаҡәрлеге һәм юғары профессионализмы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!
Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Еңеү менән ҡайтығыҙ, яҡташтар!