Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беренсел медицинаны үҫтереүҙе өҫтөнлөклө бурыс итеп билдәләне. Республика етәкселеге өсөн ауылда медицинаны үҫтереү ҙә принципиаль әһәмиәткә эйә. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары тулыһынса үҙгәртелә. Барыһы 490 модулле ФАП, ауыл участка дауаханалары, табип практикаһы офистары ҡуйылған.
2024 йылда Салауат районының Ахун ауылында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Ахун ФАП-ы 630-ҙан ашыу кешене, шул иҫәптән 205 баланы хеҙмәтләндерә. Фельдшер Сания Сәфәрғәлина 40 йылдан ашыу үҙ эшен яратып башҡара.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үтеү, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса белешмә асыу, дарыуға электрон рецепттар булдырыу мөмкинлеге бирә. Бында шулай уҡ дистанцион электрокардиограмма үтергә һәм Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы белгестәре менән телемедицина консультациялары алырға мөмкин. Пункт бөтә кәрәкле әйберҙәр менән фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, персонал кабинеты, медикаменттар һәм инвентарҙарҙы һаҡлау өсөн бүлмәләр менән йыһазландырылған. Персоналды саҡырыу төймәһе һәм инвалидтар өсөн пандустары булған күтәрмәһе лә бар.
– Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ, хәҙер өр-яңы ФАП та булды. Оҙаҡ йылдар иҫке бинала урынлашҡан медпунктҡа йөрөй инек. Хәҙер республика етәкселеге ярҙамында беҙҙең ауылда ла яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты булды. Сания Вәрис ҡыҙы тағы ла оҙаҡ йылдар тырышып эшләһен, – тип шатлығын йәшермәне ахундар.
Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рудольф ФӘХРЕТДИНОВ:
– 2024 йылда районда Ахун, Сулпан, Сыбаркүл, Урмантау, Янғантау ауылдарында 5 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылды. 2025 йылда Әлкә, Миндеш, Йонос, Һарғамыш, Көҫәпәй, Күҫәләр ауылдарында 6 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Торналы, Лаҡлы ауылдарында 2 модулле табип амбулаторияһы төҙөләсәк. Районда бөтәһе 15 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.