Новости
20 Ғинуар 2025, 10:26

“Усман”ға - “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы

Йонос ауылынан “Усман” шартлы ҡушаматлы яугир ҙа һынатмай

“Усман”ға - “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы“Усман”ға - “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы
“Усман”ға - “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы


Салауат районы яугирҙәре махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурыстарын уңышлы үтәй. Йонос ауылынан “Усман” шартлы ҡушаматлы яугир ҙа һынатмай. Ҡыйыу, батыр яҡташыбыҙ яңыраҡ “Хәрби батырлыҡ өсөн” II дәрәжә миҙалы менән наградланды.
“Усман” Йонос ауылы егете, Әлкә урта мәктәбен тамамлаған. Махсус хәрби операцияһына киткәнсе, вахта ысулы менән эшләй. 2022 йылда хәрби бурысын үтәү өсөн махсус хәрби операцияһы зонаһына юллана. Яҡташыбыҙ яуҙа үҙен ҡыйыу, ҡурҡмаҫ батыр егет итеп танытып, Салауат тоҡомонан икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, ул госпиталдә дауаланғандан һуң, тағы ла махсус хәрби операцияһы зонаһына юлланды. Былтыр февралдә ул тыуған яғына ялға ҡайтып, Әлкә мәктәбенә лә барғайны. Яугир үткәргән “Батырлыҡ дәресе” уҡыусылар өсөн бик тә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.
Ул шулай уҡ ауылдаштарына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе:
- Хәрби операция зонаһына ебәргән гуманитар ярҙам өсөн Салауат районы халҡына үҙемдән һәм бөтә хәрби дуҫтарымдан ҙур рәхмәт белдерәм. Ауылдаштарына айырым рәхмәт. Һеҙҙең ярҙамығыҙ беҙгә бик кәрәк. Еңеү беҙҙеке буласаҡ!", - тине ул.

Салауат районында хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү өсөн Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт адресы буйынса ирекле батальондар ойоштороу штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефондар: 8-987-592-70-59, 8(34777) 2-00-71.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас