19 ноябрҙә Рәсәйҙә ракета ғәскәрҙәре Һәм артиллерия көнө билдәләнде. "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы составындағы был подразделениелар дөйөм еңеүгә ҙур өлөш индерә. Теүәл һөжүмдәр менән улар көн һайын дошмандың бронетехникаһын һәм тере көсөн ҡыйрата. Малаяҙ ауылынан “Ярый” шартлы ҡушаматлы яугир һөнәри байрамын алғы һыҙыҡта билдәләне. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ул үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы һәм улы “Кадет” артынан Ватаныбыҙҙы яҡларға китте.
Башҡортостандың реактивсылары, башҡа подразделениелар кеүек үк, үҙ зонаһында тәүлек әйләнәһенә эшләй. Яҡташыбыҙҙы ҡуйылған хәрби бурыстарҙы һөҙөмтәле үтәгәне өсөн уны "Хәрби батырлыҡтары өсөн" миҙалы менән бүләкләнеләр. Наградан алғандан һуң ул йәнә үҙенең хәрби бурыстарын үтәргә юлланды. "Ярый" үҙенең миҙал алғанына тыйнаҡ ҡына былай тине : “Мин үҙемдең хәрби бурысымды үтәйем”. Яҡташыбыҙҙы миҙалы менән ҡотлайбыҙ һәм уға еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ!
Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 177, Ситуация үҙәге – 122 йәки +7 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.