Новости
13 Июля 2023, 06:16

Батырлығы өсөн - Шайморатов миҙалы

Яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Эдуард Исмәғилев Радий Хәбиров ҡулынан дәүләт наградаһын алды.

Батырлығы өсөн - Шайморатов миҙалыБатырлығы өсөн - Шайморатов миҙалы
Батырлығы өсөн - Шайморатов миҙалы

Яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Эдуард Исмәғилев Радий Хәбиров ҡулынан дәүләт наградаһын алды.

12 июлдә төндә Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға махсус хәрби операция үткәреү зонаһынан Салауат Юлаев исемендәге милли гвардия ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге башҡорт батальоны хәрбиҙәре ҡайтты. Барыһы 36 кешегә республика башлығы Радий Хәбиров наградалар тапшырҙы. Уларҙың дүртәүһе - генерал Шайморатов орденына, ҡалғандары генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. Улар араһында яҡташыбыҙ Эдуард Урал улы ла бар.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев батальонын Донбасста хәрби бурысын үтәгән Рәсәй гвардияһының иң яҡшы батальондарының береһе тип атайҙар.

  • Әлбиттә, был хөрмәт уята. Бының өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Шайморатов миҙалын айырыуса ғорурланып йөрөтеүегеҙҙе һорайым. Беҙ уны тап яҡташтарыбыҙ, яугирҙарыбыҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн бирәбеҙ. Шуға күрә был миҙал - һеҙҙең батырлығығыҙҙы, хәрби хеҙмәтегеҙҙе таныу ул, - тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан башлығы.

Рәсәй Федерацияһы әрмеһендә контракт буйынса хеҙмәткә инеү өсөн түбәндәге адрестар буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк:

- Ирекмәндәр батальондарын булдырыу штабына - Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 7(987)592-70-59 телефоны буйынса;

- хәрби комиссариатҡа иҫәпкә алыу урыны буйынса - Малаяҙ ауылы, Коммунистик урамы, 69/2

- һайлап алыу пункты - Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, Телефон: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63

Консультацияны көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем алырға мөмкин: 8 (347) 224 90 13 йәки 122 (мобиль телефондарҙан)

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас