Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған юбилей саралары сиктәрендә уның тыуған төйәгендә – Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплекс төҙөлдө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр Салауат районына эш сәфәре менән килгәндә был проектты хупланы. Бер йыл эсендә туристарҙы йәлеп итерлек яңы тарихи-мәҙәни парк булдырылды. Унда асфальт юл да түшәлде. Туристик объект “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамында, милли батырҙың тыуған көнөндә асылды.
“Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы әҙер. Беҙ бөгөн уны туристарға, Башҡортостан ҡунаҡтарына, үткәндәр менән ҡыҙыҡһыныусыларға тапшырҙыҡ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. – Салауат батырҙың тыуған ере элек тә күптәрҙе үҙенә тартып тора ине. Хәҙер данлы тарихыбыҙ менән яҡындан танышыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар”.
Проект Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” әҫәренә нигеҙләнеп әҙерләнгән. Комплекс Әлкә ауыл биләмәһе Тәкәй ауылы эргәһендәге 4,5 гектар самаһы майҙанда урынлашҡан. Проектҡа ярашлы, тарихи-мемориаль паркта юлдар, эскәмйәләр, яҡтыртыу, тамашасылар өсөн амфитеатр, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исеме менән бәйле тематик зоналар булдырылған. Паркка ингән ерҙә автомобилдәр ҡуйыу урыны бар, инеү комплексы, һаҡ пункты, санитар зона, сувенир киоскыһы урынлашҡан. Артабан майҙан буйлап яҡтыртылған һуҡмаҡтар бүленә, улар амфитеатрға һәм дүрт үҙәнгә килтерә: “Батырға баш эйеү үҙәне”, “Өй үҙәне”, “Мөхәббәт үҙәне” йәки “Уралым”, “Өлгөргәнлек үҙәне”нә. Улар арт-объекттар, стелалар һәм бәләкәй архитектура формалары менән биҙәлгән. Һәр үҙәндә тематик пункттар ҡаралған. Бында элек төҙөлгән таштирмә, стелалар ҙа һаҡланып, комплекс объекттарының бер өлөшөн тәшкил итә.
Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов һүҙҙәренсә, туризм буйынса райондың перспективаһы бар. Геопаркты үҫтереү программаһына ярашлы, район биләмәһендә бер нисә объект төҙөлдө. Улар уңышлы эшләй. Салауат районында “Бейектау” ял базаһы (план – 4 миллион һум, 3,5 миллион һум һалынған), “Азатлыҡ – асыҡ курорт” кемпингы (план – 50 миллион һум, 5 миллион һум һалынған) төҙөлә. “Карауанһарай” этнокомплексын, “Алтын сөй” геологик музейы проектлана. Киләсәктә кемпинг – хеҙмәттәр комплексы үҙәге (план – 25 млн. һум), “Әйҙә Һикеяҙ” ял базаһы (план – 35 млн. һум), “Ҡурай парк” этноглэмпингы (план – 25 млн. һум), “Салауат мәмерйәһе” туристик үҙәге (план – 10 млн. һум), Мәсетле ауылында геологик музей (план – 53 миллион һум) төҙөү күҙаллана.
“Янғантау” геопаркын үҫтереү стратегияһы сиктәрендә юлдар һалыу һәм ремонтлау, яңы музейҙар, маршруттар, тәбиғәт лабораториялары, яңы форматтағы белем биреү үҙәктәре, рекреацион зоналар һәм башҡалар – бөтәһе 60-тан ашыу объект булдырыу ҡаралған.
Йүрүҙән йылғаһы буйында рестораны, бассейны, СПА-үҙәге булған “Ирекле һулыш” (“Свободное дыхание”) глэмпинг-паркы төҙөлөш стадияһында, дөйөм инвестициялар күләме 180 млн.һум тәшкил итә. Уны Салауат ҡаяһы янында төҙөргә ниәтләйҙәр. Ҡорамалдар һатып алынған, инвестиция майҙансығын рәсмиләштереү эше тамамлана.
Өҫтәп шуны әйтергә була, Салауат районында Иҙрис ауылы эргәһендәге “Идрис Тревел” коворкинг үҙәге уңышлы эшләй. Уны төҙөүсе шәхси эшҡыуар Илфат Исмәғилев быйыл Салауат мәмерйәһе янында тағы бер объект – “Мәмерйә эргәһендә” (“У пещеры”) кемпингын сафҡа индерҙе. Арҡауыл ауыл биләмәһендәге Алис һәм Эльза Фәйзуллиндарҙың “Монай” ял базаһы йыл әйләнәһенә туристарҙы ҡабул итә.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән.