Салауат районының Иҙрис ауылы янындағы Салауат мәмерйәһенән аҫтағы майҙанда яңы кемпинг сафҡа инде. Уны Малаяҙ ауылы шәхси эшҡыуары Илфат Исмәғилев, “Янғантау” геопаркын үҫтереү программаһына ярашлы, төҙөп, быйыл яҙ файҙаланыуға тапшырҙы.
“Мәмерйә эргәһендә” кемпингында (кемпинг “У пещеры”) ҙур булмаған кафе, ҡунаҡ бүлмәһе бар, терраса һәм Йүрүҙән йылғаһы ярына төшөргә баҫҡыстар ҡоролған. Бинаның дөйөм майҙаны 75 кв. м тәшкил итә. Бында электр уты үткән, йылы бәҙрәфтәр, санузелдар кеүек уңайлы шарттар булдырылған. Тышта мискә мунса һәм һыу инеү өсөн ҙур чан урынлашҡан. Ҡыҫҡаһы, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итер өсөн бында бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Илфат Исмәғилев был бизнес проектын Салауат районы хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырышында район башлығы Марс Кашапов һәм уның эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәновҡа тәҡдим итә. Артабан район хакимиәте ярҙамы менән БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы үткәргән конкурста ҡатнашып, уның һөҙөмтәһендә алған дәүләт субсидияһы ярҙамында һәм берлектә финанслау шарттарында үҙ инвестицияһын һалып, “Мәмерйә эргәһендә” кемпинг проектын тормошҡа ашырған. Дөйөм был проектҡа 3,5 млн. һум аҡса йүнәлтелгән.
Эшҡыуар былтыр үҙ көсө менән мәмерйә юлына баҫма һалып, баҫҡыстар ҙа эшләп ҡуйған. Әммә Салауат мәмерйәһенә хәүефһеҙ күтәрелеү өсөн Торатауҙағы һымаҡ тимер баҫҡыс кәрәк. Илфат Рифат улы әйтеүенсә, уның хаҡы яҡынса 15 млн. һум тора. Шуға бында дәүләт ярҙамһыҙ булмай. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов быйыл йыл башында Салауат районына эш сәфәре менән килгәндә урындағы эшҡыуар ошо мәсьәләне күтәрҙе.
Илфат Исмәғилев быға тиклем Салауат районында тәүге туристик коворкинг асҡайны. Беренсе проектын да ул райондың бизнес-шерифы ярҙамында бойомға ашырҙы. Салауат районы Хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" аҙна һайын үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция буйынса урынбаҫары – бизнес-шериф Хәсәнов Илшат Вәғиз улына 2-10-43, 8-927-953-27-07 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төбәккә һәм муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнесты үҫтереү маҡсатында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырыштары уҙғарыла һәм бизнес-шерифтар институты ойошторолдо. Был "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашыра.