Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Илфат Исмәғилев йүнселлек менән 2016 йылдан бирле шөғөлләнә. Ул үҙенең бизнесын Йүрүҙән йылғаһы буйына тирмәләр ҡуйып, туристарҙы ҡабул итеүҙән башлай.
– Эшҡыуарлыҡҡа килгәнсе шәхси хужалығымда йорт ҡуяндары үрсетеп ҡараным, аҙаҡ балсыҡтан көршәктәр яһап, һатыуға сығарҙым. Һуңынан районда ҡунаҡхана туризмын үҫтереү буйынса бизнес асырға булдым. Сөнки беҙҙең уҡытыусы ғаиләһенә йәйге отпускы мәлендә ошондай эш менән шөғөлләнеү ҡулай ине. Ҡатыным Алия менән ике тирмә яһап, Йүрүҙән буйына ҡуйып, унда туристарҙы йәлеп итә башланыҡ. Ул урын, тәбиғәте матур булһа ла, ямғырҙар мәлендә еңел автомобиль менән үтеп булмауы сәбәпле, уңайһыҙ ине. Шуға Иҙрис ауылы ситенән ер алып, унда “Шайтан-Көҙәй” тирмәләр комплексын төҙөнөм, – ти Илфат Рифат улы.
Эшҡыуарға ҡунаҡхана туризмын үҫтереү өсөн Салауат районында Рәсәйҙәге тәүге геопарк – “Янғантау” геопаркы асылыуы ла ҙур этәргес көс була. Бының менән генә сикләнәмәй, Илфат Исмәғилев үҙенең бизнес проектын Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәм уның эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәҡдим итә. Бизнес-шериф ярҙамы менән республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты (хәҙер БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы – авт.) аша 4,5 млн. һум аҡса бүленә. Малаяҙ йүнселе үҙенең дә аҡсаһын ҡушып, дөйөм 6 млн. һумлыҡ проектты тормошҡа ашырып, Иҙрис ауылы эргәһендәге аҡлан ситенә туристик коворкинг ултырта. “IDRIS TRAVEL” тип аталған туристик үҙәк былтыр яңы йыл алдынан ғына асылды. Бында туристар өсөн ял итеү өсөн бөтөн заманса шарттар тыуҙырылған.
– Коворкинг – инглиз теленән "уртаҡ эш" тигәнде аңлата. Беҙ быйыл яҙ ике семинар үткәреп, туристик бизнесҡа экскурсоводтарҙы, гидтарҙы, туроператорҙарҙы, төрлө сувенирҙар эшләүсе оҫталарҙы һ.б. йәлеп иттек. Бында урындағы халыҡтың йорт хужалығында етештерелгән продукцияны ла һатыуҙы яйға һалдыҡ. Һөҙөмтәлә бөгөн 16 резидентыбыҙ бар. Туристарға райондың Әлкә, Йонос, Иҙрис ауылдарында ҡунаҡ йорттары, Әлкәлә умарталы йорт – "апидомик" кеүек шарттар булдырылған. Әлкә һәм Иҙрис ауылдарында ял итеүселәрҙе аттарҙа йөрөтөү ҙә ойошторолған. Башлыса был эш менән йәйге миҙгелдәрҙә шөғөлләнәбеҙ, – ти Илфат Исмәғилев.
Киләсәктә ул уҡытыусылыҡ эшенән китеп, тулыһынса эшҡыуарлыҡҡа күсергә уйлай. Әле үҙендә администратор, экскурсовод, ашнаҡсы кеүек өҫтәмә эш урындары асҡан. Салауат районында ЮНЕСКО ҡарамағындағы “Янғантау” геопаркын үҫтереү программаһы буйынса яңы проекттарҙы ла ғәмәлгә ашырырға йыйына. Урындағы йүнсел туризм йүнәлеше буйынса райондың ҙур үҫеш мөмкинлеге булыуын яҡшы аңлай.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.