"Апрелдең тәүге декадаһында бәләкәй дала йылғаларының максималь кимәлдә үтеүен көтәбеҙ. Икенсе декадала урта йылғалар үтәсәк, ә Ағиҙел һәм Ҡариҙел кеүек республиканың төп йылғаларында һыуҙың максималь кимәле апрелдең егермеләрендә күтәреләсәк", - тип белдерҙе Башгидромет начальнигы вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева.
Башгидромет мәғлүмәтенә ярашлы, Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында ғына йылғаның уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 20-40 сантиметрға юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүе көтөлә, башҡа йылғаларҙа максималь кимәл уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын буласаҡ.
Һүрәттә: Салауат районының Йүрүҙән йылғаһында боҙ киткәс (фото: редакция архивы).