Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель , 21:11

Башҡортостан йылғаларының күтәрелеүе күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр кимәлендә буласаҡ

Әлеге ваҡытта Башҡортостан йылғаларында боҙ ҡатламының яйлап емерелеүе күҙәтелә, Мәләүез һәм Өҫән йылғалары боҙҙан тулыһынса таҙартылған, тип белдерҙе  Башгидромет начальнигы вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән брифинг барышында.

Башҡортостан йылғаларының күтәрелеүе күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр кимәлендә буласаҡ
Башҡортостан йылғаларының күтәрелеүе күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр кимәлендә буласаҡ

"Беҙ Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында ғына йылғаның уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 20-40 сантиметрға юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүен көтәбеҙ, башҡа йылғаларҙа максималь кимәл уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын буласаҡ, - тине Анна Козаева. - Шулай уҡ Урал аръяғы йылғалары норманан 50-100 сантиметрға юғарыраҡ күтәрелеүе мөмкин. Хәҙер дала йылғалары кимәле тәүлегенә 80 сантиметрға арта.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: