Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
3 Ноябрь 2023, 22:07

Салауат районынан яугирҙәргә тағылма мунса ебәрелә

Сираттағы гумантар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә тағы бер мунса ебәрергә әҙерләнә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары тағылма мунсаны Арҡауылдан һатып алған.

Салауат районынан яугирҙәргә тағылма мунса ебәрелә
Салауат районынан яугирҙәргә тағылма мунса ебәрелә
– Уны һатып алыуҙа Малаяҙ башҡорт гимназияһы һәм 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре аҡсалата ярҙам күрһәтте. Беҙ уларға рәхмәтлебеҙ. Мейесен әҙерәк рәтләһәк, мунса әҙер. Тастар, сүместәр, йыуыныу кәрәк-яраҡтары һатып алаһы ғына ҡалды. Миндектәр ҙә кәрәк. Теләүселәр ярҙам итә ала, – тине хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин.
 
Әйткәндәй, Салауат районынан махсус хәрби операция яугирҙәренә был өсөнсө мунса була. Районда әле гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Уны ай аҙағында ебәреү күҙаллана.
 
Фото: Рөстәм Хөснуллин.
Салауат районынан яугирҙәргә тағылма мунса ебәрелә
Салауат районынан яугирҙәргә тағылма мунса ебәрелә
Салауат районынан яугирҙәргә тағылма мунса ебәрелә
Салауат районынан яугирҙәргә тағылма мунса ебәрелә
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: