Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Сентябрь 2023, 22:40

Салауат районынан яугирҙәргә гуманитар ылау менән автомунса оҙатылды

Малаяҙ ауылында ир-егеттәр күмәк көс менән “ГАЗ-53” автомобиле нигеҙендә күсмә мунса эшләне. Бында райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге ағзалары айырыуса ҙур көс һалды.

Салауат районынан яугирҙәргә гуманитар ылау менән автомунса оҙатылды
Салауат районынан яугирҙәргә гуманитар ылау менән автомунса оҙатылды

Хәбәр итеүебеҙсә, иҫке “ГАЗ-53” йөк машинаһын Салауат районы ветеринар станцияһы уларға бүләк итеп биргән. Ир-егеттәр уның тапшырыу ҡумтаһын, сцеплениеһын, йөрөү частарын, тәгәрмәстәрен алмаштырған, кабинаһын, рамдарын өр-яңынан буятҡан. Шунан ғына кузовына мунса эшләй башлаған.

– Буяу менән махсус операцияла ҡатнашыусы табип ярҙам итте. Райондың ауыл хужалығы бүлеге һәм фермерҙарҙың да ярҙамы булды. Мәҫәлән, Лаҡлы ауылы шәхси эшҡыуары Владик Нәбиуллин машинаға өр-яңы тәгәрмәстәр комплекты алып бирҙе. Шәрип ауылының йәш фермеры Алик Рәжәпов запас тәгәрмәс, тимер ҡалайҙар килтерҙе. Малаяҙ эшҡыуары Рәүеф Шакиров профнастил менән тәьмин итте, – тип, һәр бер ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрҙең исемдәрен иҫенә төшөрөп, һанап китте хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин.

Уның әйтеүенсә, мунса эшләгәндә күптәр үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан. Һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандары, Малаяҙ эшҡыуарҙары профилдәр һатып алыуҙа ярҙам иткән. Әлкәнән Руслан Низамов бер куб.м 30 мм таҡталарҙы үҙе килтереп бирһә, Лаҡлынан Илдар Талыповтан бушлай 40 мм таҡта алғандар. Автомунсаның иҙәненә махсус материалды Лағыр уҙаманы, Өфө эшҡыуары Айҙар Ғибәҙәтов ебәргән. Материалдарҙы машина менән Артур Хөснуллин һәм Азат Исмәғилев барып алған. Руслан Фәрхетдинов – тимер мунса мейесе, Малаяҙ эшҡыуары Фидан Фәйзуллин асылмалы евротәҙрә бүләк иткән. Эшҡыуар Айҙар Хәсмәтуллин плафон, электр үткәргестәре, мейес мөрйәһе, асбест материал, электродтар менән тәьмин иткән. Шулай уҡ район үҙәгенән Булат Минһажев та электрод алып биргән. Ильяс Вахитов тимер материалдар, Илгиз Сиражетдинов машинаға май, фильтрҙар килтергән.

– Мунсаны эшләшеүсе егеттәргә айырым рәхмәтемде белдерәм. Илшат Ғәлимов, Илдар Әхтәрйәнов, Ғәзим Ғәйфуллин, Данис Закиров, Фаил Абдрахманов, улым Альмир – улар барыһы ла эштең башынан аҙағына тиклем йөрөнө. Мәсетле ауылынан Ғәзим Ғәйфуллин иретеп йәбештереү эштәрен башҡарҙы. Дыуан күп профилле колледжы филиалынан Рим Ғәзизов, Азамат Мөхәмәтйәнов, хеҙмәт ветераны Булат Вәлиевтың да ҡул ярҙамы тейҙе, – ти Рөстәм Нәбиулла улы.

Әлбиттә, мунса булғас, уға йыуыныу кәрәк-яраҡтарһыҙ ҙа булмай. Бында райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алия Ишбулдина һәм Янғантау урта мәктәбе директоры урынбаҫары Миләүшә Сафиуллина ярҙамға килгән. Автомунсаға тағылмалы мискә лә эшләнгән. Уға “Янғантау” шифаханаһы 1 тонналыҡ ҙур һауыт биргән. Мискәне егеттәр хәрби төҫлө туҡыма менән тышлап ҡуйған.

Тағылмалы цистерналы күсмә мунса райондан сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелде.

Салауат районынан яугирҙәргә гуманитар ылау менән автомунса оҙатылды
Салауат районынан яугирҙәргә гуманитар ылау менән автомунса оҙатылды
Салауат районынан яугирҙәргә гуманитар ылау менән автомунса оҙатылды
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: