Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, клубтың ике бүлмәһен йүнәтеп, унда тәүге саралар ҙа уҙғарылды.
– Ике бүлмәгә ремонт эшләп, ололарҙың байрамын үткәреп ебәрҙек. Ремонт эштәре күп әле, күмәк көс менән уны атҡарып сығырбыҙ, тип ышанабыҙ, – ти клуб мөдире Илмира Фәйзуллина.
Ауыл мәҙәниәт йортоноң яңы етәксеһе быйыл августа ғына эш башланы. Клуб бинаһын ремонтлау эштәренә лә яңыраҡ тотондолар. Бейеү залы һәм элекке ауыл китапханаһы бүлмәһе төҙөклөндерелгәндән һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Урмансыға йәш башҡорт эстрадаһы йырсыһы Сәйет Билалов та үҙ концерты менән килеп, ауылдаштарға йыр-моң бүләк итте.
Артистар ҙа килер, урындағы мәҙәни саралар ҙа ойошторолор, халыҡ Яңы йыл байрамына ла ҡайтыр. Тик клубтың бөгөн йылылыҡ селтәрҙәрен эшләргә, электр үткәргестәрен яңыртырға, ишек-тәҙрәләрен алмаштырырға кәрәк. Тамашасылар залын да төҙөкләндерәһе бар. Ауылдаштарҙан ремонт өсөн аҡса йыйыу ойошторолған. Райондан, Лаҡлы ауыл хакимиәтенән дә ярҙам булыр, тип ышандыралар. Иң мөһиме, ауыл халҡының теләге бар.
Урмансылар быйыл берҙәм көс менән обелискыны төҙөкләндереп, яңы стела төҙөп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир атай-олатайҙарының, тыл хеҙмәткәрҙәренең хәтерен мәңгеләштерҙе. Ауылда “Атайсал” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.