Бөтә яңылыҡтар

Урмансы ауылында обелиск яңыртылды, яңы стела төҙөлдө

Салауат районының Урмансы ауылы халҡы быйыл Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең хәтерен мәңгеләштереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарҙы.

Урмансы ауылында обелиск яңыртылды, яңы стела төҙөлдө
Урмансы ауылында обелиск яңыртылды, яңы стела төҙөлдө

Клуб эргәһендәге обелискыға реставрация яһап, эргәһенә ике стела төҙөлдө, уның тирә-яғы тәртипкә килтерелеп, төҙөкләндерелде, йәшелләндерелде. Ойоштороусылар фронтовиктарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең исемлеген тулыландырыу буйынса ла байтаҡ эштәр атҡарҙы. Былар барыһы ла Башҡортостанда иғлан ителгән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы сиктәрендә эшләнде.

Һәйкәлде асыу сараһына ауыл халҡы, ситтән ҡайтҡан ауылдаштар йыйылды. Урмансыларҙы был иҫтәлекле көн менән район Советы секретары Андрей Сергеев, Лаҡлы ауыл биләмәһе башлығы Ира Сәйфуллина ҡотланы.

“1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Урмансы ауылы” проектының инициаторы Әлиә Ноғаманова булһа, ауылдың педагогик хеҙмәт ветераны Мәрйәм Ҡәнәфиева обелискыны төҙөкләндереү, стела төҙөү эшен ойоштороуға етәкселек итте.

– Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә ошонда, ауыл уртаһында, 1975 йылда обелиск төҙөлгән. Беҙ был обелискыны төҙөкләндереп, яңыртылған, тулыландырылған исемлек яҙып, яңы стела төҙөнөк. Проектта 300-гә яҡын кеше ҡатнашты. Инициатив төркөмдөң тәҡдимен ауыл халҡы, ситтә йәшәгән ауылдаштар дәррәү хуплап ҡабул итте, етерлек аҡса йыйылды. Төҙөлөш, төҙөкләндереү, тирә-яҡты матурлау, сәскәләр ултыртыу эшендә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Бигерәк тә көн һайын сыҡҡан ағайҙар: Кәбир Дилмөхәмәтов, Ринат Кашапов, Фәнит Хәбибуллин, Тимерхан Ҡәнәфиев, Земфир Абдрахманов һәм иң өлкән етәксебеҙ Миндияр Тәҡиевтың исемдәрен атап үтәм, – тине Мәрйәм Рәхимйән ҡыҙы.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе ауылдашыбыҙ Рифат Мирхәйҙәров һөйләүенсә, Урмансы ауылынан фронтҡа, хеҙмәт армияһына 133 кеше алына. Шуларҙың 73-ө тыуған ауылына әйләнеп ҡайта алмай. Һуғыш осоро балалары исеменән педагогик хеҙмәт ветераны Людмила Хөсәйенова ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе.

Олатай-өләсәйҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү проектына ярашлы, “Үлемһеҙ полк” акцияһы ла ойошторолдо. Сараға әҙерлек сиктәрендә йөҙҙән ашыу фотоһүрәт эшләнде. Штендерҙар тотҡан халыҡ урамдар буйлап ауыл осона, ауылдаштар байрамы үткән яланға, юлланды...

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: