Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Май 2025, 23:09

Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә

Салауат районының сәнәғәт предприятиеһы етәксеһе Зөфәр Зарипов “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша

Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә
Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә

“Малаяҙ ваҡ таш карьеры” ЯСЙ-һы директоры Зөфәр Зарипов йыл һайын милли көрәш буйынса ярыштарҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, МХО яугирҙәренә техника һәм ҡорамалдар ебәрә, Тирмән, Мөрсәлим һәм Ишембай ауыл биләмәләре ауылдарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.

Зөфәр Зәғәфүрән улы, “Атайсал” проектына ярашлы, иң тәүҙә үҙенең тыуған Тирмән ауылындағы Командир шишмәһен төҙөкләндерә, сүплекте бөтөрөү буйынса эш башҡара. Махсус хәрби операция башланғас, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға ярҙам итергә тотона. “Синтезхим” ЯСЙ-һы һәм “Шахты карьеры” йәмғиәте директоры урынбаҫары булғанда предприятие менән берлектә 2023 йылда МХО-ла ҡатнашҡан Салауат Юлаев исемендәге батальонға өр-яңы “УАЗ Патриот” пикап автомобиле алып ебәрәләр. Яугирҙәрҙе махсус кейем, бензобысҡы, йылытыу пушкаһы, компрессор һ.б. ҡорамалдар менән тәьмин итәләр.

“Батальондың личный составының 30 проценты яҡташтарыбыҙ, шулай уҡ унда үҙебеҙҙең карьер хеҙмәткәрҙәре лә хеҙмәт итә”, – ти үҙенең проекты тураһында Зөфәр Зарипов.

Мобилизацияланған егеттәргә ауылдаштары менән бергә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ла ойоштора. Меценат яҡташтары Әнүәр Әлибаев, Булат Шәрәфетдинов, Асфан Ғилметдинов менән берлектә махсус хәрби операцияла йөрөгән ауылдаштарына күсмә мунса, “УАЗ-буханка” алып ебәрәләр.

Зөфәр Зәғәфүрән улы сираттағы гуманитар ылау менән оҙатыу өсөн “Иж Юпитер” мотоциклы һатып алған. Ҡулланыуҙа булған ике тәгәрмәсле техниканы әле ул йүнәтеп, частарын алмаштырып, тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Мотоцикл – яу яланында уңайлы һәм еңел транспорт сараһы. Уның менән хәрби позицияларға барып етергә, яралыларҙы алып сығырға, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорал тышырға мөмкин.

“Атайсал” проекты буйынса Зөфәр Зарипов Тирмән ауылы мәсете эргәһенә автотуҡталҡа, Мөрсәлимдә мәсет алдына тигеҙ майҙансыҡ эшләтә, мәктәп янына ҡырсынташтан тротуарҙар һалдыра, Яңы Сүрәкәй ауылы юлына таш түшәтә, һыу скважинаһы ҡаҙҙырта, Ҡарағол ауылында һыу тәьминәтен тергеҙеүҙә ярҙам итә.

Яхъя ауылы янындағы “Малаяҙ ваҡ таш карьеры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә етәкселек иткәс, Ишембай ауыл биләмәһе халҡына ла ярҙам күрһәтә башлай. Радио ауылына мәктәп автобусы, шулай пассажир автобустары өсөн туҡталыш пункты эшләп ҡуя. Шулай уҡ унда әйләнмәле хәрәкәт ҡоролмаһы өсөн майҙансыҡ та әҙерләйҙәр.  

Зөфәр Зарипов, көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат булараҡ, был милли спорт төрөн үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Арҡауыл ауылында СССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Йосопов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнирҙар үткәреүҙә даими бағыусы. Тирмән ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә милли көрәш буйынса асыҡ ярыштар уҙғара.

Йәштән Өфөлә йәшәп, ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайтып төпләнгән әүҙем ҡарашлы райондашыбыҙ Зөфәр Зәғәфүрән улы Зарипов бәләкәй Ватаны, яҡташтары мәнфәғәтендә изге эштәр башҡарыуын дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә Башҡортостанда “Атайсал” проекты буйынса дөйөм суммаһы 1 миллиард 700 миллион һумлыҡ 31 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған.

Салауат районы Советы секретары Андрей СЕРГЕЕВ:
– Беҙҙең районда 47 миллион һумдан ашыу суммаға 1631 проект бойомға ашырылған. Ғәмәлгә ашырылған проекттар һаны буйынса Салауат районы республикала 4-се урынды биләй. Проектта Салауат, Мөрсәлим, Таймый, Арҡауыл, Миәшәгәр, Нәсибаш, Әлкә, Торналы, Первомайский ауыл советтары биләмәләре халҡы әүҙем ҡатнаша.

Йәмәғәт ойошмаларынан Рөстәм Хөснуллин етәкселегендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзын айырып күрһәтергә мөмкин. Улар 264 проектты (мобиль мунсалар, автомобилдәр, мейестәр, бензогенераторҙар һәм башҡалар) тормошҡа ашырҙы. Көнһылыу Ғәлиева етәкселегендәге һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ағзалары гуманитар конвойҙарҙың командировка сығымдарына һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға аҡса йыя, “Район педагогтары” китабын баҫтырып сығарҙы, ветерандарға республиканың һәм күрше өлкәләрҙең тарихи урындарына экскурсиялар ойоштора. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Салауат районы ойошмаһында Нәфисә Вахитова етәкселегендәге “Бөркөт” ирекмәнлек пункты булдырылған. “Бөркөт” ирекмәндәре махсус хәрби операция зонаһына 90 маскировка селтәре, 381 нашлемник, 2 мең окоп шәме, 3,5 дана ҡоро армия душы, 5 инвалид коляскаһы, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейем-һалым, шәхси гигиена саралары ебәрҙе.
50-нән ашыу проектты Салауат районы Хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гүзәл Сафиуллина, Мөрсәлим ауылынан мәктәптең элекке директоры Римма Гәрәйшина, “Малаяҙ ваҡ таш карьеры” ЯСЙ-һы директоры Зөфәр Зарипов тормошҡа ашырҙы.
 

Тыуған төйәген үҫтереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн “Атайсал” проекты порталында https://ataisal.ru/ теркәлергә кәрәк.

Фото: Зөфәр Зариповтың “Атайсал” проектынан.

Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә
Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә
Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә
Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә
Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә
Ауылдарҙы ла төҙөкләндерә, МХО-ға ла ярҙам итә
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас