Төҙөкләндереү эштәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектына ярашлы башҡарылды.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
“Беҙҙә бәләкәй ауылдарҙан йәки ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр һәр береһе бәләкәй ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто һиҙелерлек үҙгәртер ине. Күп эшҡыуарҙарҙың һәм башҡа бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеүен беләм, әммә был эште системаға һалырға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта "Атайсал" проектын башлайбыҙ ҙа инде. Был дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы халыҡ иңенә һалырға тырышыу түгел. Был үҙ күңеленең саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам иткән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырыуға ынтылыш.”
Өмәлә ололар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Ауыл халҡы дәррәү сығып, тимер бағаналар ултыртып, профилдәр ҡуйып, еврорәшәткәләр менән ҡойманы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләп тә ҡуйҙы. Альфред Мөхәмәтйәров трактор менән ҡом килтерһә, ауыл старостаһы Тимерхан Ҡәнәфиев, ауыл советы депутаты Ирек Бирмөхәмәтов, оло йәштәге хеҙмәт ветераны Миндияр Тәҡиев, ир-аттар Фәнит Хәбибуллин, Рәйес Вәлитов, Вадим Ишмөхәмәтов, Артур Сәлимов, Феликс Кашапов һ.б. төҙөлөш эшендә әүҙем ҡатнашты. Клуб мөдире Илмира Фәйзуллина һәм ҡатын-ҡыҙҙар: Зөлфиә Мөхәмәтйәрова, Зәлифә Мөхәмәтйәрова, Ҡарлуғас Камалова, Рәйлә Ишмөхәмәтова, Фәриә Ноғаманова, Лилиә Биянова һ.б. бағана-профилдәрҙе буятты, өмәселәргә ашарға әҙерләне. Нажия Аслыева өйөнән туҡмас ҡырҡып килтерһә, ә 91 йәшлек хеҙмәт ветераны Нох Хәбибуллин эшселәрҙе туңдырма менән һыйланы.
Берҙәмдең эше уңа, тиҙәр бит. Ауылдаштарҙың күмәк көсө менән клуб биләмәһе төҙөк һәм күркәм булып ҡалды.
Фәриә НОҒАМАНОВА, Өфө ҡалаһының 160-сы лицейы уҡытыусыһы, өмәне ойоштороусы:
– 2023 йылда “Атайсал” программаһы буйынса ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған обелискыны төҙөкләндереп, уның эргәһенә, фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең исемдәрен тулыландырып, яңы ике стела төҙөнөк. Был эштә ауыл халҡы һәм ситтәге яҡташтар әүҙем ҡатнашты. Аҡса йыйылып, уны былтыр йәй эшләп бөтөп, тантаналы шарттарҙа астыҡ. Бының өсөн эште ойоштороусы Мәрйәм Ҡәнәфиеваға рәхмәт!
Быйыл стеланан артып ҡалған аҡсаға материалдар алып, обелискының тирә-яғын кәртәләп, шуның менән бер рәттән клуб биләмәһенең дә ҡоймаһын эшләп ҡуйырға булдыҡ. Ауылдаштар был идеяны хуплап, кем ҡул көсө, кем кәрәк-яраҡ, кем аҙыҡ-түлек менән ярҙам итте. Барыһына ла бының өсөн рәхмәт белдерәм. Төҙөкләндереү эштәрен башҡарып, беҙ киләһе йылда үтәсәк Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлекте башланыҡ. Обелиск эргәһенә сәскәләр ултыртасаҡбыҙ. Уларҙы хәҙер малдар тапамаясаҡ.
“Атайсал” проектының роле ҙур, ул ауылдаштарҙы, ситтә йәшәгән яҡташтарҙы кесе ватаны өсөн тупланырға ярҙам итте. Артабан да һәр саҡ шулай берҙәм булайыҡ!
Фото: Урмансы ауылы клубы.