Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
25 Июнь , 12:38

"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто хеҙмәткәре штурм взводы командирына дронға ҡаршы ҡорамал тапшырҙы

"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто ДУП-ның ваҡытлы матбуғатты таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов "Башҡортостан" полкының "Монгол" позывнойлы штурмлау взводы командирына дронға ҡаршы ҡорамал тапшырҙы. Яугир алғы һыҙыҡтан тыуған яғына дауаланырға ҡайтҡан.

"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто хеҙмәткәре штурм взводы командирына дронға ҡаршы ҡорамал тапшырҙы
"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто хеҙмәткәре штурм взводы командирына дронға ҡаршы ҡорамал тапшырҙы

Ҡорамалды алыуға аҡсаның бер өлөшөн республика халҡы йыйған, күпселек өлөшөн ул үҙе индергән, тип хәбәр иттеләр Нәшриәт йоротонда.

– Өйҙә беҙҙе яҡлағандары, беҙгә ышанғандары, ярҙам иткәндәре өсөн шатмын. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Ул беҙгә алғы һыҙыҡта ярҙам итә, көс һәм ышаныс бирә. Журналистарға ҙур рәхмәт! – тине штурмовик.

Башҡортостан журналистары һүҙе менән генә түгел, эше менән дә ярҙам итә. МХО зонаһына даими сығалар, материалдар яҙалар, яугирҙәрҙе илһамландыралар. Фронт өсөн махсус ҡорамалдар, экипировка һатып алыуға аҡса йыялар, маскировка селтәрҙәре һәм окоп шәмдәре эшләйҙәр.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: