Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Апрель , 20:10

Нуриман районында "Атайсал. Ватан Көсө" зона форумы үтте

Башҡортостандың туғыҙ районын берләштергән сарала Салауат районы вәкилдәре лә ҡатнашты.

Нуриман районында "Атайсал. Ватан Көсө" зона форумы үтте
Нуриман районында "Атайсал. Ватан Көсө" зона форумы үтте

Форумға Благовещен, Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат райондарынан делегациялар йыйылды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.

Сара сиктәрендә күргәҙмә ойошторолдо, унда ҡатнашыусылар үҙ биләмәләрендә тормошҡа ашырылған иң мөһим проекттарын тәҡдим итте. Форум төрлө тематик секцияларға бүленде. Нуримандар һәм ҡунаҡтар бәләкәй ватан мәнфәғәтенә проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Форумда "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто ойошторған "Изге яҙылыу" хәйриә акцияһы башланды. Акцияла тәүгеләрҙән булып М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының төп актеры, халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм йәмәғәт эшмәкәре, "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева ҡатнашып, райондың махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә "Киске Өфө" һәм "Йәшлек" гәзиттәрен яҙҙырҙы. Уларға башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район башлыҡтары урынбаҫарҙары - форумда ҡатнашыусылар ҙа ҡушылды.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, район хакимиәттәренең мәғлүмәт бүлеге начальниктары өсөн "Атайсал - Ватан көсө медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә" секцияһы уҙғарылды. "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов сығышында "Атайсал" проектын яҡтыртыу буйынса мәғлүмәт һәм медиа эшенең мөһимлеген билдәләне, сөнки кешеләр үҙҙәренең бәләкәй ватанына нисек ярҙам итә алыуҙарын белергә тейеш. Бынан тыш, ул "Атайсал" проекты сиктәрендә медиа эш алгоритмы менән уртаҡлашты. Секция эшендә Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Шамил Вәлиев "Атайсал" проекты сиктәрендә медиа эшенең төп йүнәлештәре һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Зона форумын ябыу тантанаһында "Атайсал" проектында ҡатнашыусылар бүләкләнде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Салауат районынан Өфөләге "Салауаттар" яҡташтар ойошмаһы рәйесе Булат Шәрәфетдинов, Мөрсәлим ауылындағы "Шахта карьеры" ЯСЙ-һы начальнигы урынбаҫары Зөфәр Зарипов, Нәсибаш ауыл биләмәһе башлығы Рәсимә Бикмөхәмәтова, Ҡалмаҡтар ауылы старостаһы Фәнис Ҡәнипов, Лаҡлы ауылынан хеҙмәт ветераны Әбүзәр Ғәббәсовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.   

"Атайсал - Ватан көсө" форумы эстафетаһын нуримандар Ейәнсура районына тапшырҙы.

Белешмә өсөн: Салауат районында "Атайсал" проекты сиктәрендә дөйөм 37 млн. һум суммаға 1303 проект тормошҡа ашырылған. 2023 йылда – 18 млн. һумға 509 проект. Был күрһәткес буйынса Салауат районы республикала бишенсе урынды биләй. "Атайсал – кесе Ватан" проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылдан ғәмәлгә ашырыла.

Нуриман районында "Атайсал. Ватан Көсө" зона форумы үтте
Нуриман районында "Атайсал. Ватан Көсө" зона форумы үтте
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: