Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Июнь 2023, 12:55

Өфө табибы Ринат Нуғаев ни өсөн махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүен аңлатты

Ринат Йәүҙәт улы Нуғаев 1968 йылдың 20 сентябрендә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында тыуған. Юғары белемле – 1991 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған, медицина фәндәре докторы.

Өфө табибы Ринат Нуғаев ни өсөн махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүен аңлатты
Өфө табибы Ринат Нуғаев ни өсөн махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүен аңлатты

2019 йылдан – Өфө ҡалаһының 21-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы, 2013 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының йәмәғәт сәләмәтлеге һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы мөдире булып эшләй.

Беҙ унан пандемия осоронда, хәҙер иһә махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам күрһәтеү, "Атайсал" проектында ҡаташыу тарихы тураһында һораныҡ.

– Табип булараҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын медицина яғынан тәьмин итеү мәсьәләһен мөһим тип иҫәпләйем. Атап әйткәндә, диспансеризация һәм сираттан тыш профилактик тикшереүҙәр үткәреү, реабилитациялауҙа ярҙам итеү. Беҙ хәрби хәрәкәттәр зонаһында булған яугирҙәребеҙ өсөн медикаменттар, медицина ҡорамалдары һәм посылка йыйыуҙа ҡатнаштыҡ. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция өсөн медицина ротаһын ойоштороуҙа ярҙам итәбеҙ. Беҙ егеттәргә һәм уларҙың яҡындарына, еңеү өсөн күпме кәрәк, шунса ярҙам итәсәкбеҙ.

Пандемия осоронда ирекмән сифатында өлкән йәштәгеләр, сирле пациенттар өсөн кәрәкле дарыуҙар таратыуҙа ҡатнаштыҡ. Һәм, әлбиттә, халыҡҡа кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек үҙебеҙҙең төп бурысты үтәнек.

Район хакимиәттәре менән берлектә халыҡ өсөн күп файҙалы эштәр башҡарылды. Өфө ҡалаһы табип-белгестәренең күсмә бригадалары ойошторолдо, улар округтың төпкөл ауылдарында йәшәгән халыҡты ҡабул итте. Йылайыр ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Мораҡта, Иҫәнғолда балалар баҡсалары төҙөлдө.

Автор:
Читайте нас: