

Сараны Мәрйәм Ҡәнәфиева алып барҙы. Төп мәсьәлә буйынса фекер алышыр алдынан йыйылышта ҡатнашыусыларға ауылдаштар Рима Хәйруллина, Сәриә Ғәйзаманова, Люда Хөсәйенова, Дилбәр Хәсәнова, Рәфиҙә Ҡәнәфиева һәм Таңһылыу Ҡадирова моңло йырҙарын бүләк итте.
Педагогик хеҙмәт ветераны Людмила Хөсәйенова "Һуғыш осоро балалары" категорияһына ҡарай. Ул һуғыш йылдары ваҡыты: үҙенең ғаиләһе, күптәрҙең атайһыҙ ҡалыуы, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүҙәре хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йыйылышта ауылдың иң өлкән хеҙмәт ветераны – 98 йәшлек тыл хеҙмәткәре Сәүиә Мирхәйҙәрова ла булды, ул ауылдаштарына үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
Ауыл халҡы тәүгеләрҙән булып "Урмансым" йырының аранжировкаһын (Флүрә Ҡоләхмәтова башҡарыуында, Людмила Садиҡова һүҙҙәре, Хәйҙәр Дилмөхәмәтов көйө) тыңланы. Оҙайлы ауырыуҙан һуң, яңыраҡ вафат булған үҙешмәкәр композитор, бөтә яҡтан талантлы ауылдаштары Хәйҙәр Дилмөхәмәтовты хөрмәтләп иҫкә алды урмансылар.
Йыйылышта Обелискыны төҙөкләндереү, реконструкциялау, йыйылған фотоһүрәттәр буйынса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре исемлеге мәсьәләләре ҡаралды. Төҙөлөш буйынса беренсе этап тамамланған, тиҙҙән эштәр дауам итәсәк.
Бөтә ауыл халҡына сараны ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре, 24 апрелдән байрамдар башланғансы өмәләрҙә ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.
Әлиә Ноғаманова. Урмансы ауылы.