Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Декабрь 2022, 11:05

Радий Хәбиров: Башҡортостанда яңы һөнәри әҙерлек үҙәктәре асыла

 Бөгөн Өфөлә Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу һәм хеҙмәт династиялары йылына яҡынса йомғаҡ яһалды.

Радий Хәбиров: Башҡортостанда яңы һөнәри әҙерлек үҙәктәре асыла
Радий Хәбиров: Башҡортостанда яңы һөнәри әҙерлек үҙәктәре асыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров, һөнәри белем биреү буйынса совет ултырышын асып, бөгөн предприятиеларҙың квалификациялы эшсе кадрҙарға ихтыяжы артыуын билдәләне. Яңыраҡ республика «Ростех» дәүләт корпорацияһы менән корпорация предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән стратегик партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөнө, тине Радий Хәбиров. Был урта һөнәри белем биреү системаһын һәм республика сәнәғәтенең төп тармаҡтарын нығытыуҙа ҙур аҙым булып тора.

«Һуңғы йылдарҙа һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Өс йылда 60 колледжда 188 заманса оҫтахана астыҡ. Был бик һәйбәт. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе өсөн уҡытыу -производство үҙәген сафҡа индерәбеҙ. Киләһе йылда республика өсөн өҫтөнлөклө булған химия, тау сеймалын табыу һәм машиналар эшләү тармаҡтары өсөн тағы өс ошондай кластер эшләй башлай. Бының өсөн эре предприятиеларҙы ла йәлеп итербеҙ. Яңы йылдам профессиональ әҙерлек үҙәктәре асырбыҙ. Уларҙың берәүһе – Учалы тау сәнәғәте колледжында. Медицина округтары принцибы буйынса медицина колледждарында филиалдар селтәре булдырылды», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостанда колледждарҙы, шул иҫәптән сик буйындағы райондарҙа урынлашҡандарын капиталь ремонтлау программаһы башланды. Быйыл ярты миллиард һумға тиерлек 11 колледж ремонтланды. Дүрт йыл эсендә генә 90 колледждың биналарын һәм ятаҡтарын, Кадрҙарҙы йылдам профессиональ әҙерләү үҙәген ремонтлауға республика ҡаҙнаһынан 700 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

2022 йылдан республикала иң яҡшы уҡытыусыларға һәм производствола уҡытыу мастерҙарына грант тапшырыла башланы (690-шар мең һумлыҡ 10 грант).

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл һәләтле студенттар өсөн стипендия һәм уның күләме арттырылды (107-нән – 150 кешегә тиклем, 2300-ҙән – 4900 һумғаса).

«Күп нәмә колледж директорҙарынан тора, әгәр улар муниципалитеттарҙың, профилле предприятиеларҙың аҡсаһын һәм федераль аҡсаны йәлеп итә алһа, республика һеҙҙең уҡыу йорттарын ремонтлауға киткән сығымдарҙы берлектә финансларға әҙер. Барлыҡ мәсьәләләрҙе бер йылда ғына хәл итеп булмай, әлбиттә, әммә ул уңышлы, ваҡиғаларға бай һәм һөҙөмтәле булды», - тине Радий Хәбиров.
Автор:
Читайте нас: