Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Декабрь 2022, 09:00

Рәсәйгә гриптың ҡурҡыныс төрө килгән

Быйыл Рәсәйгә гриптың һаулыҡҡа етди зыян килтергән төрө килгән. Был хаҡта «Рәсәй 1» телеканалы эфирында Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 2009 йылда А (H1N1) вирусы пандемияның башланыуына сәбәпсе булды. Сусҡа киҙеүе өҙлөгөүгә килтереүе менән хәүефле, һаулығы ҡаҡшаған кешеләр араһында үлем осраҡтары ла бар.

Рәсәйгә гриптың ҡурҡыныс төрө килгән
Рәсәйгә гриптың ҡурҡыныс төрө килгән

Роспотребнадзор грипҡа ҡаршы тейешле саралар күрә, мәҫәлән, мәктәптәргә яңы методик хат әҙерләнгән.

«Әгәр уҡыусыларҙың 20% ашыуы дәрескә килмәһә, был класты (мәктәпте) дистанцион уҡыуға ебәрергә кәрәк. Балалар сирҙе бер-береһенә йоҡтормаһын өсөн уларҙы айырыу зарур», — тине Анна Попова.

Сирҙең тәүге билдәләре: хәлһеҙлек, тән температураһы күтәрелә, тамаҡ ауыртып тора. Инкубация осоро кәм тигәндә — бер нисә сәғәт, күп тигәндә ете көн тәшкил итеүе мөмкин. Күҙәтеү ведомствоһы етәксеһе бының грипмы йәки ковидмы икәнен асыҡлау өсөн шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: