Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Ноябрь 2022, 11:00

Быйыл ике тапҡырҙан күберәк уңыш йыйылды

Салауат районында бөтәһе 218 мең гектар ер бар. Шуларҙан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр 105,3 мең гектарҙы биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр – 32,6 мең гектар, бесәнлектәр – 31,8 мең гектар, көтөүлектәр 38,1 мең гектар тәшкил итә.Районда 10 ауыл хужалығы предприятиеһы, 91 крәҫтиән-фермер хужалығы, 12 ауыл хужалығы кооперативы ауыл хужалығы продукцияһы етештерә һәм 10 225 шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Ауыл хужалығы предприятиеларында 168-ҙән ашыу кеше эшләй, был былтырғы кимәлдә ҡала.

Быйыл ике тапҡырҙан күберәк  уңыш йыйылды
Быйыл ике тапҡырҙан күберәк уңыш йыйылды

Игенселек һәм үҫемлекселек

Быйыл яҙғы баҫыу эштәре, булған бөтә матди-техник һәм финанс ресурстарын йәлеп итеп, оптималь календарь мөҙҙәттә үткәрелде. 2022 йылғы уңыш өсөн 2 117 гектар майҙанда ужым культуралары сәселде. Яҙғы сәсеү эштәре 11 967 гектарҙа башҡарылды, был уҙған йылға ҡарағанда 7 процентҡа йәки 797 гектарға күберәк. Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 8 306 гектар майҙанда сәселде, был уҙған йылдағынан 15 процентҡа йәки 1 147 гектарға күберәк. Йәйге осорҙа район хужалыҡтары сәсеүлектәр­ҙе яҡшы ҡараны. Бөтә хужалыҡтар ҙа баҫыу­ҙарҙа сүп үләндәренә, ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы химик эшкәртеү үткәрҙе.
Район хужалыҡтары барлыҡ иген культураларын үҙ көстәре менән йыйып аллды. Тулайым иген уңышы 21 405 тонна тәшкил итте, был 2021 йылғы игендең тулайым йыйымынан 2,5 тапҡырға йәки 13 014 тоннаға күберәк. Маҡсатлы күрһәткес 13 процентҡа йәки 2 400 тоннаға арттырып үтәлгән. Гектарынан уртаса уңыш – 20,5 центнер. Был һуңғы 10 йылда иң юғары күрһәткес.
Иң ҙур уңышты “Үҙәк” машина-трактор станцияһының Дыуан филиалы игенселәре (7 203 тонна, уңыш – гектарынан 21,2 центнер), “Таймый” агрофирмаһы (2 613 тонна, 19,1 ц/га), Йыланыш ауылынан шәхси эшҡыуар Брагина Наталья Михайловна КФХ-һы (1 153 тонна, 21,7 ц/га һәм 100 тонна етен), шәхси эшҡыуар Федоров Артем Александрович КФХ-һы (1 369 тонна, 21,9 центнер), Әлкә ауылынан “Юлай” крәҫтиән-фермер хужалығы (1 056 тонна, уңыш – 30,5 ц/га) иҫәпләнә. Иң юғары уңыш Әлкәнән “Юлай” крәҫтиән-фермер хужалығында – гектарынан 30,5 центнер, Лаҡлы шәхси эшҡыуары Нәбиуллин Владик Вәдүт улы хужалығында һәм Нәсибаштан Хәйруллин Илдус Рәхмәтулла улы КФХ-һында – гектарынан 27,4 центнер. Шул уҡ ваҡытта Брагина Наталья Михайловна крәҫтиән-фермер хужалығы быйыл тәүге тапҡыр етен сәсеп, 100 тонна йыйып алды, гектарынан уртаса уңыш 8 центнер тәшкил итә. Яңы техник культуралар артабан да беҙҙең баҫыуҙарҙа үҫтерелер, тип ышанабыҙ.
Шуны әйтергә кәрәк, иген сәсеүлектәре майҙанын арттырыуға ике яңы ойошторолған хужалыҡ ҙур өлөш индерҙе. “Аҡбуҙат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Торналы ауыл биләмәһенең Әй ауылы эргәһендәге ерҙәрҙе эшкәртеп, әйләнешкә индерҙе, 700 гектар майҙанға иген сәсеп, уңыш йыйып алды. Әле алдан эшкәртелмәгән 1 418 гектар ер ҡуртымға алынған һәм киләһе йылға уларҙы әйләнешкә индерергә ниәтләйҙәр. Икенсеһе, Лукьянова Светлана Павловна крәҫтиән-фермер хужалығы (Йыланыш ауылы) быйыл 100 гектар майҙанға сәсте. Бөгөнгә хужалыҡтың яҡынса 400 гектар ере туңға һөрөлгән, шуның 250 гектары – бығаса эшкәртелмәгән ерҙәр. Уларға уңыштар теләйек, пландары тормошҡа ашһын.
Мал ҡышлатыуға райондың ауыл хужалығы предприятиелары шартлы мал башына 29 центнерҙан ашыу аҙыҡ берәмеге әҙерләгән, был пландан 16 процентҡа һәм былтыр­ғы кимәлдән 5 центнер аҙыҡ берәмегенән күберәк. Бөтә хужалыҡтар ҙа ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән. Мал аҙығы менән иң күп тәьмин ителгән хужалыҡтар – “Братья Пономаревы” агрофирмаһы, Закиров, Нәбиуллин һәм Хәйруллин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары.
Быйыл көҙ район хужалыҡтары 1 269 гектар майҙанда ужым культураларын сәсте, был былтырғы кимәлдән 831 гектарға аҙыраҡ. 2023 йылғы уңышҡа яҙғы сәсеү өсөн 1 520 тонна иген культуралары орлоғо һалынған. Был сама орлоҡ яҙғы сәсеү үткәреү өсөн етәсәк.
Район хужалыҡтары 8 000 гектар майҙанда туңға һөрөү үткәрҙе. Шәхси эшҡыуар Федоров А. А. КФХ-һы – 550 гектар, “Юлай” крәҫтиән-фермер хужалығы – 267 гектар, шәхси эшҡыуар Рәжәпов А.И. КФХ-һы – 265 гектар, шәхси эшҡыуар Брагина Н. М. КФХ-һы 514 гектар ерҙе туңға һөрҙө. “Үҙәк” МТС-ы сәсеү майҙандарын арттырҙы, 2 800 гектарҙа туңға һөрөү эштәре башҡарҙы. Киләһе йылға яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреүгә ҙур өлөш индерелде.
Күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн беҙгә тармаҡты артабан әүҙемләштереү юлы менән иген хужалығының иҡтисади һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса маҡсатлы эш алып барырға кәрәк. Йыл һайын кәмендә 500 гектарға иген культуралары сәсеү майҙандарын арттырыу, сәсеү әйләнештәренең оптималь структураһын булдырыу, агротехнологик процестарҙы үтәү, тупраҡтың уңдырышлылығын хәстәрләү, беҙҙең шарттарға яраҡлаштырылған культуралар майҙанын әүҙем файҙаланыу, аграр ғалимдарҙы йәлеп итеү мөһим. Шулай уҡ уҡытыуға, квалификация кимәлен күтәреүгә иғтибарҙы йүнәлтергә, аграрийҙар өсөн күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашыу фарыз.
Юғары уңыш алыу өсөн агротехник процестарҙың ваҡытында үтәлешен тәьмин итеүсе техниканың булыуы нигеҙ булып тора. Техника менән тәьмин ителеш һәйбәт, әммә парк иҫке, һуңғы йылдарҙа ярайһы ғына яңыртыла. Шул рәүешле тракторҙар һаны йылдан-йыл арта. Былтыр 5 трактор һатып алынһа, быйыл 14,66 миллион һумға 7 трактор алынды. Шулай уҡ комбайндар һаны ла артҡан. Һуңғы өс йылда 7 комбайн һатып алынған, шуларҙың өсәүһе – “Нью Холланд” сит ил маркалы комбайн һәм береһе – ДОН-1500 маркалы. Шулай уҡ быйыл 5 миллион һумға 6 берәмек ауыл хужалығы машинаһы һатып алынды. Киләсәктә лә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре өсөн өҫтөнлөклө бурыс булып матди-техник базаны нығытыу тора.

Малсылыҡ, йылҡысылыҡ

Малсылыҡ аграр иҡтисадтың төп секторҙарының береһе булып тора.
2022 йылдың 1 октябренә хужалыҡтарҙың бөтә категориялары буйынса малдар һаны түбәндәгесә тәшкил итә: һыйыр малы – 10 940 баш, шул иҫәптән һыйырҙар – 5 264 баш; сусҡа – 400 баш; һарыҡ һәм кәзә – 13 072 баш; йылҡы – 2 625 баш; ҡош-ҡорт – 83 128 баш. 2022 йылдың туғыҙ айына бөтә категория хужалыҡтарҙа мал һаны, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, түбәндәгесә булған: һыйыр малы, һарыҡ-кәзәләр, ҡош-ҡорт – былтырғы кимәлдә. Сус­ҡалар – 96 процент, аттар 104 процент тәшкил итә. Шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары буйынса һыйыр малы 3 процентҡа кәмегән, ә аттар һаны 2021 йылғы кимәлгә ҡарата 8 процентҡа артҡан.
Йыл башынан алып ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 3 522 центнер ит етештерелгән, был 2021 йылдан 250 центнерға күберәк. “Братья Пономаревы” агрофирмаһы (Йыланыш), “Юлай” крәҫтиән-фермер хужалығы (Әлкә), шәхси эшҡыуар Ғәлиев Финат Булат улы (Нәсибаш), шәхси эшҡыуарҙар Рәжәпов Алик Ирут улы (Шәрип), Абдуллин Илмир Дим улы (Арҡауыл) КФХ-лары ит малсылығы технологияһы буйынса имеҙеп быҙауҙар үҫтереү менән уңышлы шөғөлләнә.
Йыл башынан райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 30 784 центнер (2021 йылға был 3 227 центнерға аҙыраҡ) һөт етештерелгән һәм 20 992 центнер һөт һатылған (былтырғынан 3 575 центнерға кәмерәк). Һөт етештереүҙең кәмеүенең төп сәбәбе – малдарҙа лейкоз сире таралыу арҡаһында хужалыҡ Таймый һөтсөлөк фермаһын япты. Әлегә унда яңынан һыйырҙар алынмаған.
Район малсылары алдында һөтсөлөк малсылығын үрсетеү, һыйырҙарҙың продуктлылығын арттырыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыу буйынса мөһим бурыс тора.
Район хужалыҡтары юғары ҡиммәтле йылҡы ите етештереүҙе арттыра. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 1 383 баш йылҡы иҫәпләнә (104 башҡа күберәк). Йыл башынан райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 674 центнер (2021 йылдан 17 процентҡа йәки 101 центнерға күберәк) йылҡы ите етештерелгән һәм 301 центнер (2021 йылдан 77 центнерға күберәк) һатылған.
Йылҡы ите етештереү “Таймый” агрофирмаһы, шәхси эшҡыуар Нәбиуллин Владик Вадүт улы (Лаҡлы), Вәлшина Алина Фәрит ҡыҙы (Мәхмүт), Баһауетдинов Салауат Юлай улы (Иҙрис), Шаһапов Илдус Хисмәт улы (Яхъя) крәҫтиән-фермер хужалыҡтары иҡтисадында мөһим урын биләй. Йыл­ҡысылыҡта тулы үрсем алыу айырым урынды алып тора. Быйыл ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 243 ҡолон алынған. Шәхси эшҡыуар Лупеев Владимир Александрович (Яҙғыйорт) маралдар үҫтереү менән уңышлы шөғөлләнә. Йыл һайын мал иҫәбе һәм ит етештереү арта.
Малсылыҡтағы уңыштар күп осраҡта ветеринария хеҙмәте эшмәкәрлегенә бәйле булыуын билдәләп үтеү мөһим. Барлыҡ был эш ветеринар станцияһы белгестәре иңендә ята, улар үҙҙәренең бурыстарын яҡшы үтәй.

Умартасылыҡ, балыҡсылыҡ
Халыҡ хужалығы кәсептәренең береһе – районда умартасылыҡ та әүҙем үҫешә. Хужалыҡтарҙың барлыҡ категорияларында йәмғеһе 2 700 бал ҡорто күсе тотола. Улар 1 205 центнер бал етештергән. Носратуллин Ришат Рафинат улы (Яубүләк), Күлбаев Эмил Фәтҡулла улы (Малаяҙ), Зарипов Данис Барый улы (Башҡорт Илсекәйе), Гусев Сергей Николаевич (Малаяҙ) һәм башҡалар умарталыҡтарҙа намыҫлы эшләй.
Шулай уҡ балыҡсылыҡ та уңышлы үҫешә. Быйыл эшҡыуар Шәрәфетдинов Эдуард Шамил улы (Ҡыҙырбаҡ) инкубаторҙы сафҡа индереп, ыуылдырыҡтан балыҡ үҫтерә башланы. Етештереү күләмен быйыл 1 ноябргә ҡарата 9 тоннаға тиклем арттырҙы.
Дәүләт ауыл хужалығы етештереүселәренә финанс яҡтан ярҙам күрһәтә: 15 төр субсидия, 5 миллион һумға тиклем – “Агростартап”, 30 миллион һумға тиклем – “Ғаилә фермаларын үҫтереү”, “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына матди-техник базаны үҫтереү өсөн” кеүек грант ярҙамы.

Рәмил Хамматов,
Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы.

 

Автор:
Читайте нас: