Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Ноябрь 2022, 21:26

«Башҡорт каникулдары» тәҡдим итә!

Башҡортостан юлдаш телеканалында һәр ял көнө «Башҡорт каникулдары» тип аталған яңы тапшырыу эфирға сығасаҡ. 

«Башҡорт каникулдары» тәҡдим итә!
«Башҡорт каникулдары» тәҡдим итә!

«Бәхетле кәзә» нисә литр һөт бирә? Был һөйкөмлө малдың бәхет кимәлен нисек баһаларға мөмкин?

Ни өсөн Йомағужа һыуһаҡлағысы һылаһы (судак) матур ҡыҙҙарҙың ҡармағына ғына эләгә?

Воскресенское ауылы туҡмасы менән генә туҡланырға мөмкинме?

Нөгөш һыуһаҡлағысын бер ниндәй күнекмәһеҙ нисек йөҙөп сығырға мөмкин?

Һәм ни өсөн Мәләүез районына йыл һайын килеү нервы системаһын тергеҙә?

Был Башҡортостан юлдаш телеканалында яңы тапшырыуҙың - «Башҡорт каникулдары»ның тәүге сығарылышында бирелгән һорауҙарҙың тулы булмаған исемлеге! Яңы телепроект һәр йәкшәмбе 13.15 сәғәттә эфирға сыға (12+).

Автор:
Читайте нас: