Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Ғинуар 2022, 20:10

Мәктәпкә – депутаттарҙан бүләк

Янғантау урта мәктәбенә урындағы депутаттар спорт ҡорамалы бүләк итте. Быны улар “Атайсал” проекты сиктәрендә башҡарҙы.

Мәктәпкә – депутаттарҙан бүләк
Мәктәпкә – депутаттарҙан бүләк

– Янғантау ауыл советы депутаттары проектта ҡатнашып, мәктәпкә эспандерҙар алып бирҙе. Балалар, уның ярҙамында төрлө күнекмәләр эшләп, ҡулдарына көс йыя ала. Саңғысыларға, шулай уҡ яурынға күнекмәләр яһау өсөн эспандерҙар бар. Беҙ үҙебеҙҙең депутаттарға рәхмәт белдерәбеҙ, – тип хәбәр итте мәктәп директоры Фирғәт Ғимранов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылдан республикала “Атайсал” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ул үҙеңдең тыуған ауылыңа, районыңа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү маҡсатын ҡуя. Был проектҡа Салауат районында йәшәүселәр ҙә, ситтәге яҡташтар ҙа ҡушылды. Тулы мәғлүмәт менән “Атайсал” проекты порталында: https://ataisal.ru/ танышырға мөмкин.

Һүрәттә: спорт ҡорамалдарын мәктәпкә Янғантау ауылы биләмәһе башлығы Вадим Солтанов тапшыра.  

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: