+9 °С
Облачно


Тауыш бирергә килеүселәр араһында Ғайсар Шакиров, Иҙел Ғәлиуллин, Инсаф Ямалиев, Айлина Ғәйнетдинова һәм Дилара Сиражева тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашты. Төрлө ҡалаларҙа колледждарҙа белем алған студенттар һәм быйыл ғына Златоуст медколледжын тамамлаған Дилара Сиражева үҙҙәренең гражданлыҡ бурысына етди ҡарай.
“Рәсәй гражданы булараҡ, үҙ ауылыбыҙҙың һәм тотош илебеҙҙең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойорға тейешбеҙ”, – ти улар.
Йәш һайлаусыларға һайлау участка рәйесе Рәмзилә Ғирфанова иҫтәлеккә ручка һәм блокнот тапшырҙы.
Лилиә Рамазанова.