РФ иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвач, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты ярҙамында илдә бәләкәй һәм урта бизнестың "тотороҡло мөһим ҡатламы" булдырылды, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, байтаҡ йәш эшҡыуарҙар ҙур бизнесҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ аша инә. Рәсәй Федерацияһының 6,5 миллиондан ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты булдырылған, унда 28 миллиондан ашыу кеше мәшғүл. Ул шулай уҡ эшҡыуарҙарға "Минең бизнесым" үҙәге, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" платформаһы аша ярҙам күрһәтелә, льготалы кредиттар бирелә, шулай уҡ консультация бирелә, тип аңлатты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәләмләү һүҙендә билдәләүенсә, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан йәш эшҡыуарҙарының хеҙмәттәшлек итеү өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар, сөнки Башҡортостан Ҡаҙағстан бизнесы менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бүлә.
- Ҡаҙағстан - республиканың төп партнерҙарының береһе. Беҙ сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, инвестиция өлкәләрендә, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәҙәниәттә, мәғарифта, туризм һәм спортта хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бына ете йыл инде Өфө менән Астана туғандаш ҡалалар. Ике төбәк араһындағы тауар әйләнеше, үҫеш өсөн юғары потенциалды күрһәтеп, йылдан-йыл арта. Бөгөн беҙ яңы уртаҡ проекттар әҙерләү этабындабыҙ. Йәштәр был процестың этәргес көсө булыр һәм ике халыҡтың дуҫлыҡ һәм эшлекле бәйләнештәрен нығытыр, тип ышанам, - тип белдерҙе республика Башлығы.
Ҡаҙағстан Республикаһының сауҙа һәм интеграция вице-министры Ҡайрат Торебаев, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, халыҡ-ара форумды үткәреү майҙаны сифатында Өфөнө һайлап алыу ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары араһында күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек йолалары һәм төбәктең юғары үҫеш кимәле менән аңлатыла, тип билдәләне.
Йәштәр эшҡыуарлығы һәм Рәсәй Ҡаҙағстан араһындағы хеҙмәттәшлек перспективалары темаһына арналған Йәш лидерҙар форумының пленар сессияһында ҡатнашыусылар үҙ позицияларын нисек нығытырға, йәштәр бизнесы өсөн ярҙам программаларын нисек яҡшыраҡ файҙаланырға, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нимәнән башларға, йәш эшҡыуарҙарҙың социаль яуаплылығын көсәйтеү һәм уларҙы ижтимағи мөһим бурыстарҙы хәл итеүгә йәлеп итеү өсөн ниндәй саралар кәрәклеген, милли һәм патриотик берҙәмлекте нығытыуҙа йәш эшҡыуарҙарҙың роле тураһында фекер алышты. Спикерҙар сифатында Рәсәй - Ҡаҙағстан йүнәлеше буйынса дәүләт эшмәкәрҙәре һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ мөхите вәкилдәре сығыш яһаны, тип хәбәр итә "Молодежная газета" баҫмаһы.
Фото: "Молодежная газета".