Күптән түгел райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға сираттағы гуманитар ылау алып барылды. Улар араһында “Нива” автомобиле лә бар ине. Ҡалмаҡтар ауылынан Ғафуан Хәлилов еңеү өсөн автомобилен дә йәлләмәй, уны хәрби шарттарға яраҡлаштырып эшләп, ремонтлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан "Хант" позывнойлы улына алып барған.
Осрашыу бик тулҡынландырғыс үткән. Атай менән ул һағынышып, ҡосаҡлашҡан. Йәш яугир быйыл үҙе теләп тыуған илебеҙҙе һаҡларға киткән. Ул үҙенең хәрби бурыстарын уңышлы үтәй. Уны өйҙә ҡатыны һәм балаһы көтә. Яҡташтарыбыҙҙың еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 117, Ситуация үҙәге – 122 йәки 8 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәге офисына мөрәжәғәт итергә була. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.