Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Апрель , 11:00

"Силсәүит" элекке коллегаларын һөнәри байрам менән ҡотланы

Кисә  район мәҙәниәт йортонда Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте.

"Силсәүит" элекке коллегаларын һөнәри  байрам менән ҡотланы
"Силсәүит" элекке коллегаларын һөнәри байрам менән ҡотланы

Кисә  район мәҙәниәт йортонда Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте. Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, район активы, ауыл советы биләмәһе башлыҡтары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Элекке коллегаларын ҡотларға махсус хәрби операциянан отпускыға ҡайтҡан "Силсәүит" шартлы исемле яугир ҙа килгәйне. Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ҡалдырып, үҙ теләге менән Доставалов исемендәге батальонға үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа киткәйне. Яҡташыбыҙ урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлап, уларға изге теләктәрен еткерҙе. 

 

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: