Райондың мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Зарница 2.0” хәрби-патриотик уйыны үтте.
Быға тиклем был уйындар балалар һәм йәштәр өсөн үткәрелһә, был юлы район мәғариф бүлеге педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең физик әҙерлеген, фекерләй белеү һәләтен һәм етеҙлеген һынап ҡарарға булды. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә айырым команда булып сығыш яһаны. Мәктәптәрҙән тыш, Балалар ижады йорто, Малаяҙ ауылының "Ҡояшҡай" 1-се балалар баҡсаһы коллективтары командалары ла ҡатнашты. Дөйөм 13 команда булды.
Инструктаж үткәргәндән һуң ярыштарға старт бирелде. Белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре был көндө етеҙлектә, таһыллыҡта көс һынашты. “Зарница” уйыны ҡатмарлаштырылған конкурстарға бай булды. Ул түбәндәге төр ярыштарҙан торҙо: сафҡа әҙерлек, командирҙарҙың, политруктарҙың, саперҙарҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, медиктарҙың, штурмовиктарҙың шәхси ярыштары, хәрбиләштерелгән эстафета, экстремаль шарттарҙа иҫән ҡалыу, Рәсәйҙең тарихы һәм хәрби тарих нигеҙҙәрен белеүгә онлайн-тест үтеү. Командаларҙың сафҡа теҙелеү, йөрөү әҙерлеге район мәҙәниәт йорто майҙанында ҡаралһа, ә хәрби-спорт ярыштары мәҙәниәт һәм ял паркында уҙғарылды.
Ярыш йомғаҡтары буйынса полиция генерал-лейтенанты А.Ф. Әхмәтханов исемендәге Торналы урта мәктәбе командаһы еңеүсе булды (етәксеһе Азат Басиров). Еңеүсе командаға уйындың күсмә Кубогы тапшырылды. Икенсе урынды Лағыр урта мәктәбе командаһы (етәксеһе Зәбир Ситдиҡов) яуланы. Өсөнсө урынға Малаяҙ башҡорт гимназияһы командаһы (етәксеһе Владислав Килдейәров) сыҡты. #Победа80