Новости
7 Июня 2021, 04:05

Йәйге ялдар етә, һалымдарҙы түләп ҡуйығыҙ!

Башҡортостан буйынса Һалым хеҙмәте ял итергә барыусыларҙы иҫкәртә: бурыстары булған граждандар сит илгә ялға сыға алмай. Аэропортта уны сик буйы контроле аша үткәрмәйәсәктәр.

Башҡортостан буйынса Һалым хеҙмәте ял итергә барыусыларҙы иҫкәртә: бурыстары булған граждандар сит илгә ялға сыға алмай. Аэропортта уны сик буйы контроле аша үткәрмәйәсәктәр.
Шуныһын белеү мөһим: бурысты шунда уҡ түләп ҡотолоп булмай, сикләүҙе алыу өсөн бер нисә көн талап ителә. Йәйге ялды диңгеҙ буйында матур һәм күңелле үткәреү өсөн һалымдарҙы алдан түләргә кәңәш ителә. Бурыстарҙы Интернет аша Һалым хеҙмәте сайтына инеп йәки яҡындағы бүлексәгә мөрәжәғәт итеп белергә була.
– "Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты”нда йәки www.nalog.gov.ru сайтында “Һалымдар һәм пошлиналар түләү”сервисында;
– Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт порталында www.gosuslugi.ru;
– Рәсәй Һалым хеҙмәте сайтында “Үҙ бурыстарыңды бел” хеҙмәтендә www.fssp.gov.ru (әгәр бурыс суд приставтарына тапшырылһа).
Бурысты ҡаплау өсөн квитанцияны һалым органында йәки Күп функциялы үҙәктә алырға, почта бүлексәләрендә, банкттарҙа түләргә була.
Бынан тыш, һалым буйынса бар һорауҙарҙы Рәсәйҙең Федераль Һалым хеҙмәтенең берҙәм Контакт-үҙәге телефоны 8-800-222-22-22 буйынса йәки республика буйынса ҡыҙыу линияға (347)226-38-00 мөрәжәғәт итеп белешергә мөмкин.
Читайте нас