Новости
4 Июня 2021, 08:55

Эшсенең хоҡуҡтары тергеҙелде

Район прокуратураһы ғариза биреүсенең мөрәжәғәте буйынса Әлкә ауылындағы шәхси эшҡыуар, КФХ башлығы Перматов М. Х.-ның хеҙмәт ҡануниәтен үтәүен тикшерҙе.

Район прокуратураһы ғариза биреүсенең мөрәжәғәте буйынса Әлкә ауылындағы шәхси эшҡыуар, КФХ башлығы Перматов М. Х.-ның хеҙмәт ҡануниәтен үтәүен тикшерҙе.
Ғариза биреүсенең ул эшҡыуарҙа 2020 йылдың майынан авгусына тиклем хужалыҡты һаҡлауы, тауыҡтарҙы, ҡаҙҙарҙы көтөүе, йәшелсә үҫтереүе кеүек төрлө эштәрҙе башҡарыуы асыҡланды. Шуға ҡарамаҫтан, эшсе менән, ҡануниәт талаптарына ярашлы, хеҙмәт мөнәсәбәттәре рәсмиләштерелмәгән, 79 мең һумдан ашыу күләмендә эш хаҡы түләнмәгән.
Эшсенең хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн Салауат районы прокуратураһы дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте. Прокурорҙың дәғүә талаптары: хеҙмәт мөнәсәбәттәре фактын билдәләү, эш хаҡын түләтеү, хеҙмәт кенәгәһенә тейешле яҙма керетеү, дәүләт фондтарына һәм һалым түләүҙәре буйынса иҫәпләшеүҙәрҙе башҡарыу. Суд был талаптарҙы тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Эшҡыуар апелляция ялыуы бирһә лә, БР Юғары суды прокуратураның ҡарашын яҡланы.
Суд ҡарары үтәлеше район прокуратураһы контролендә тора.
Читайте нас