Новости
26 Мая 2021, 05:10

Июндә аномаль эҫелек көтөлмәй

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, йәйҙең тәүге айында ҡалала аномаль эҫелек көтөлмәй. Һуңынан ете көнлөк ямғырлы осор башлана. Һауа температураһы түбәнәйә һәм +21 градус тирәһе була.

Июнь айында Башҡортостандың баш ҡалаһында ниндәй һауа торошо буласағы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, йәйҙең тәүге айында ҡалала аномаль эҫелек көтөлмәй. Июндең тәүге аҙнаһында ғына термометр бағанаһы +30 градусҡа тиклем күтәрелә. Һуңынан ете көнлөк ямғырлы осор башлана. Һауа температураһы түбәнәйә һәм +21 градус тирәһе була.

Ай аҙағына тиклем градустар көндөҙ әллә ни үҙгәрмәй +21, +26. Ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

Әйткәндәй, синоптиктар алдағы өс көнгә генә аныҡ фараз бирә. Ҡалған көндәргә уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр нигеҙендә төҙөлә.

Читайте нас