

Бынан тыш, Радий Хәбиров зыян күргәндәргә республика күрһәтә алырҙай һәр төрлө ярҙам тәҡдим итте, тип белдерҙеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Радий Хәбиров Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановҡа, Ҡазан халҡына, мәрхүмдәрҙең туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын ебәрҙе.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 11 майҙа Ҡазан мәктәбендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше атыш ойошторған. Уларҙың береһен – 19 йәшлек егетте тотҡандар. «Известия» хәбәр итеүенсә, ҡорал тотҡан егет мәктәпкә килеп ингән дә ут асҡан. Икенсеһен махсус хеҙмәттәр бинаны штурмға алған саҡта юҡ иткән.
Экстрен хеҙмәттәрҙә РИА Новости агентлығына белдереүҙәренсә, кәмендә туғыҙ кеше һәләк булған, уларҙың күпселеге – балалар, дүртәүһе дауаханаға оҙатылған.