

Программала артистың 30 йылдан ашыу ижад итеү осоронда башҡарған иң яҡшы ҡумыҙ моңдары яңғырай. Уның репертуарында башҡорт көйҙәре һәм үҙе ижад иткән әҫәрҙәр бик күп. Әйтеүенсә, уға тыуған төйәгенең тәбиғәте – ҡоштар һайрауы, йылға шауы, ел иҫеүе илһам бирә.
Артисты ҡотларға ижадташтары килә. Концертта Башҡортостандың һәм Татарстандың сәнғәт оҫталары сығыш яһай, улар араһында Zainetdin этно-проекты, Илнур Хәйруллин, Искәндәр Ғәзизов, Рәфис Сирусин, Илшат Яхин, Гүзәл Үмәрғәлина, «Аманат» бейеү ансамбле бар. Шулай уҡ концерт программаһында республика райондарынан иң яҡшы ҡумыҙсылар коллективтары ҡатнаша.
Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбленең — ҡатыны Гөлгөнә, улы Азамат, ҡыҙҙары Ләйсән, Илүзә — сығышы ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.