+9 °С
Облачно


Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир үҙ-үҙенә ҡул һалған. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар уның ни өсөн был аҙымға барғанын асыҡлай.
«Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлеге хеҙмәткәре өйөндә үле килеш табылған. Урынға тәфтиш-оператив төркөм килгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы аппараты хеҙмәткәрҙәре осраҡты тикшерә башланы», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.