Синоптиктар яҙғыһын һәм йәйгеһен республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында һөйләне.
Апрелдә уртаса һауа температураһының – нормаға ярашлы, төньяҡ-көнбайышта норманан юғары – 3-5 градус булыуы көтөлә.
Майҙа ла уртаса температура нормаға ярашлы – 10-14 градус. Ә бына яуым-төшөм ғәҙәттәгегә ҡарағанда саҡ ҡына аҙыраҡ була.
Йәй көнө аномаль юғары температура көтөлмәй. Июндә – 16-18, июлдә – 17-20, августа — 14-18 градус. Йәйҙең һуңғы айында республиканың көнсығышында норманан күберәк яуым-төшөм фаразлана.
Сентябрҙә Башҡортостанда уртаса температура норманан юғары – 8-12 градус була. Һауа температураһы һәм яуым-төшөм прогнозын Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге төҙөгән. Оҙайлы прогноздың дөрөҫлөгө – 65-70%.