Новости
20 Марта 2021, 04:00

«Голос» шоуы еңеүсеһе Яна Ғәббәсова музыкаль карьераһын туҡтатты

«Голос» проекты еңеүсеһе Яна Ғәббәсова музыкаль карьераһын туҡтатыуы тураһында хәбәр итте. 17 йәшлек яҡташыбыҙ «ваҡытлыса (оҙаҡҡа түгел тип өмөтләнә) музыканан ситләшә һәм үҙенә ял бирә».

«Голос» проекты еңеүсеһе Яна Ғәббәсова музыкаль карьераһын туҡтатыуы тураһында хәбәр итте. 17 йәшлек яҡташыбыҙ «ваҡытлыса (оҙаҡҡа түгел тип өмөтләнә) музыканан ситләшә һәм үҙенә ял бирә».

«Мин хәҙер үк автор материалы өҫтөндә эшләй, йырҙар сығара башлармын тип уйлағайным һәм хатта концерт ҡуйырға теләгәйнем. Пландарым бик күп, ләкин һаулығым менән бәйле проблемалар арҡаһында көтөргә мәжбүрмен. Был юҡҡа түгел, ә яҡшыға булыр тип ышанам. Һауыҡҡас та көсөмдән килгәндең барыһын да эшләргә вәғәҙә бирәм», — тип яҙҙы Яна Ғәббәсова.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йырсыға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исемен биреүе тураһында хәбәр иткәйне.

Читайте нас