Рәссамдар араһында конкурс иғлан ителә, комиссия Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина эшләгән флаг вариантына өҫтөнлөк бирә. Башҡортостандың флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән (аҫтан өҫкә) тора. Йәшел төҫ — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелек булыуын; аҡ төҫ — тыныслыҡты, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты аңлата. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Бөгөн иһә Дәүләт флагы — республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибут. Ул илдең төрлө төбәктәрендәге республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә лә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларҙың юлдашы.