Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 11:30

Дүрт кеше коронавирустан үлгән

Башҡортостанда тәүлек эсендә йәнә дүрт кеше коронавирус инфекцияһынан үлгән.

Башҡортостанда тәүлек эсендә йәнә дүрт кеше коронавирус инфекцияһынан үлгән.

Республикала йәмғеһе 245 кеше COVID-19 ҡорбаны булған, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Уҙған тәүлектә төбәктә коронавирус йоҡтороуҙың 152 яңы осрағы раҫланған, 241 кеше һауыҡҡан.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 27,3 мең самаһы сирле теркәлгән.

Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә пандемия башланғандан бирле 4,139 миллиондан ашыу сирле асыҡланған, уларҙың 13,4 меңе – һуңғы тәүлектә.

Читайте нас: