Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 14:25

Ике университетты берләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителде

Быйыл Башҡортостандың ике билдәле уҡыу йортон — Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләшеү көтә. Радий Хәбиров белдереүенсә, ҡарар ҡабул ителгән, был ҙур фәнни проект һәм ул киң мөмкинлектәр аса.

«Иң ауыр мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөмә алам. Беҙ әле ҙур фәнни проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Һәр ерҙә лә быға ҡаршы сығыусылар, провокаторҙар бар. Әгәр беҙ ҙур федераль вуз булдырмаһаҡ, беҙ ил кимәлендәге көслө конкурентлыҡҡа бирешәсәкбеҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Бынан алда, 8 февралдә, йәш ғалимдар менән осрашыуҙа төбәк Башлығы ошондай уҡ фекерҙе әйткәйне: «Алға ынтылыш яһау өсөн яҡшы кадрҙар, фәнни мәктәптәр, барыһы ла бар. Әммә конкурентлыҡ көслө. Беҙҙең республика тирәләй ҡеүәтле фәнни-мәғариф комплекстар, федераль университеттар ҡалҡып сыҡты. Әгәр ошо йүнәлештә көстәрҙе бер урынға тупламаһаҡ, беҙ был көрәштә еңеләсәкбеҙ. Шуға күрә БДУ-ны һәм ӨДАТУ-ны берләштереү тураһында ҡарар ҡабул итергә йыйынабыҙ. Иҫке ҡалыптарҙы алып ташлап, яңы үрҙәргә артыла аласаҡбыҙ».

Фото: «Башинформ»

Читайте нас: